Техник тикшереү йомғаҡтарын анализлау нигеҙендә үҙйөрөшлө машиналар һәм тағылмаларҙы файҙаланыу процесында уларҙың техник торошон тикшереү буйынса район күсмә рейдтарын Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы инженер-инспекторҙары составындағы эш төркөмдәре уҙғарҙы.
Дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы тикшереүе процесында Мәсетле районы буйынса түбәндәге хәүефһеҙлек талаптарын боҙоуҙар асыҡланды: ике берәмек техника төҙөк булмайынса эксплуатацияланған (РФ КоАП-ының 9.3-сө статьяһы), өс берәмек техника – техник тикшереү үтмәйенсә (РФ КоАП-ының 9.3-сө статьяһы), биш берәмек техника билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән (РФ КоАП-ының 19.22-се статьяһының 1-се өлөшө), өс граждан техника менән тракторсы-машинист таныҡлығы булмайынса идара иткән (РФ КоАП-ының 9.3-сө статьяһы), техниканы страховка полисынан башҡа, транспорт саралары хужаларының гражданлыҡ яуаплылығын мотлаҡ страховкалауһыҙ эксплуатациялауҙың (РФ КоАП-ының 12.37-се статьяһының 1-се һәм 2-се өлөштәре) ете осрағы асыҡланған.
Асыҡланған барлыҡ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протоколдар төҙөлгән һәм 14100 һум дөйөм суммаға штраф рәүешендә административ түләү һалыу менән ҡарарҙар сығарылған.
Мәсетле районы буйынса дәүләт техник күҙәтеүе инженер-инспекторы.