Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
6 Август 2019, 17:01

Фатирҙарҙа йылы буласаҡ

Июнь башында район үҙәгендә һәр фатирҙы айырым йылытыуға күсереү буйынса эштәр башланғайны.

Әммә бер аҙҙан ул туҡтатылды. Социаль селтәрҙәрҙә уның сәбәбен бик ҡыҙыу тикшерҙеләр. Ҡайһы бер фатирҙарҙа ҡуйылған ҡаҙандар менән радиаторҙарҙы кире һүтеп алалар, имеш, тигән хәбәр-ҙәр ҙә йөрөй башланы. Беҙ район хакимиәте башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмовтан был хәл буйынса аңлатма биреүен һораныҡ.

– Быйыл мартта район хакимиәте Оло Ыҡтамаҡ ауылында күп фатирлы йорттарҙа фатирҙарҙы айырым йылытыуға күсереү өсөн подрядсы билдәләү буйынса электрон торг процедураһын башланы. Әммә конкурста ҡатнашыусыларҙың береһе Федераль антимонополия хеҙмәтенә торг һөҙөмтәләрен туҡтатыу өсөн ялыу бир-ҙе. Ул ике ай дауамында ҡаралды.

3 июндә “Башкоммунприбор” акционерҙар йәмғиәте, контарктҡа ҡул ҡуйғанды көтөп тормай, ҡорамал һәм материалдар индерҙе һәм эшкә тотондо. Уларҙың әйтеүенсә, ойошма 99 фатирҙа ҡаҙандар һәм радиаторҙар ҡуйыу буйынса эштәр баш-ҡарған. Ә уны “Уфапромстрой” ЯСЙ-һы ҡабул итеүҙән баш тарта (нәҡ ошо ойошма менән 29 июлдә контракт төҙөлдө).

Әлеге мәлдә законлы юл менән билдәләнгән подрядсы эшкә тотондо. “Уфапромстрой” проектта ҡаралған шундай уҡ “BOSH WBN-2000-24С” маркалы ҡаҙандар килтерҙе һәм уларҙы ҡуйырға йыйына.

Шулай итеп, ҡуйылған ҡаҙандарҙы һәм фатирҙарға таратылғандарын “Башкоммунприбор” йәмғиәте кире аласаҡ, ә “Уфапромстрой” йәмғиәте шундай уҡ маркалы үҙ ҡаҙандарын ҡуясаҡ. Радиаторҙар урынында ҡала.

Хәҙер килеп тыуған хәл буйынса аңлатыу эштәре алып барыла. Өй буйынса өлкәндәр халыҡҡа мәғлүмәттәрҙе еткерә, район хакимиәте уларға бар яңылыҡтарҙы һәм ваҡиғаларҙы хәбәр итеп тора.

2 августа һәр фатирҙы айырым йылытыуға күсеү буйынса бурыстарҙы билдәләү өсөн техник кәңәшмә булды. 6 августа подрядсы тулы график һәм эш планын күрһәтте. Эштәр график буйынса алып барыласаҡ һәм йылытыу осоро башланыуға бар фатирҙар ҙа йылылыҡ менән тәьмин ителәсәк.