Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
5 Август 2019, 18:02

Олоаҡаларҙың проблемалары контролгә алынды

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Оло Аҡа ауыл биләмәһендә граждандарҙы ҡабул итте.

Һорауҙарҙың күпселеге ауыл кешеләренең тормош шарттарына ҡағылды. Аҡалар-ҙы ауылдарындағы юлдар торошо, урам яҡтыртылышы, шәхси йорттарға газ кертеү һәм ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ташыу һәм һаҡлауҙың яңы ҡағиҙәләренең бойомға ашырылыуы борсой.

Ауыл биләмәһендә ялған алкоголь һатыу мәсьәләһе киҫкен тора. Өлкән быуын йәш- тәрҙең һәм ауылдың киләсәге өсөн етди борсола.

Шуға оҡшаш проблемалар Оло Аҡа ауыл биләмәһендә бихисап. Ауыл кешеләренә һәм етәкселеккә эшләп еткерергә, ынтылырға кәрәк нәмәләр бар әле.

Һәр мөрәжәғәтте район хакимиәте башлығы шәхси контролгә алды.

– Мәсьәләләрҙең һәр береһенең үтәлешен күҙәтәсәкмен, – тине ул. – Кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле күп кенә мәсьәләләр буйынса мин урынбаҫарҙарға һәм хакимиәт бүлектәре начальниктарына йомоштар ҡуштым һәм ауыл Советы башлығы Вадим Шаһибитдиновҡа кәңәштәр бирҙем.

Ошо уҡ көндө “Башҡортос-тан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл” юбилей миҙалын тапшырыр өсөн Әнис Әсәҙуллин райондың почетлы гражданы, Ленин һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордендары кавалеры Зөһрә Дилмөхәмәтовала булды.

Зөһрә Ҡолмөхәмәт ҡыҙына 88 йәш. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул үҙ ауылының ғына түгел, ә тотош ил тормошо менән ҡыҙыҡһына, телетапшырыуҙарҙы ҡарап һәм һуңғы яңылыҡтар тураһында хәбәр-ҙар булып бара. Гел килеп хәл белеп, ярҙам итеп торған балаларына һәм уларҙың ғаиләләренә рәхмәттәрен әйтә. Әнис Ҡасим улы уға ныҡлы һаулыҡ теләне:

– Һеҙ әле лә район халҡы өсөн эшһөйәрлек һәм патриотизм өлгөһө булып тораһығыҙ. Һеҙҙең бөгөн дә ауыл биләмәһе тормошона битараф булмауығыҙ һәм уның әүҙем ағзаһы булыуығыҙға шатбыҙ.

Шулай уҡ район хакимиәте башлығы Оло Аҡа ауылының төҙөкләндереү элементтарын капиталь ремонтлау эштәре бар-ған үҙәк паркында туҡталды.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Заманса ҡала мөхите формалаштырыу” федераль проекты Мәсетле районында былтырҙан бойомға ашырыла. Уның сиктәрендә Оло Ыҡтамаҡ ауылында сквер, Яңы Мөслим ауылында Еңеү паркы һәм Әләгәҙ ауылында ихата территорияһы реконструкцияланды. Быйыл был программаға ярашлы Оло Аҡа ауылындағы Еңеү паркы яңыртыла.

Әнис Ҡасим улы эштәр барышы менән танышты, эшселәр менән аралашты. Эштәрҙең подрядсыһы – “ШЭ Кинйәбаев Д. Н.” Эштәр 15 июндә башланған. Бөгөнгә парк территорияһында ер полотноһы профилләнгән, ваҡланған таш һибелгән, бордюр ташы һалынған. Оҙаҡламай территорияға асфальт түшәү башланасаҡ.

Эштәрҙе август һуңында тамамлау планлаштырыла. Сентябрь аҙағына тиклем балалар майҙансығы урынлаштырыласаҡ.

Әнис Әсәҙуллин: “Эштәр яҡшы темпта бара һәм эшселәр уны ваҡытында тамамларға тейеш”, – тине.