Бөтә яңылыҡтар

Социаль селтәрҙәргә реакция буйынса алдынғы һәм артта ҡалған муниципалитеттар аталды

Селтәрҙә асыҡланған кеше проблемаларына реакция кимәле буйынса Башҡортостан муниципалитеттарының сираттағы рейтингы донъя күрҙе. Уның “йәшел” зонаһына тик ике муниципаль берләшмә – Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары хакимиәттәре ингән. “Ҡыҙыл” өлөштә – Фёдоровка районы хакимиәте.

Был рейтинг яуап биреү тиҙлегенән түгел, ә чиновниктарҙың граждандарҙың проблемаларына әүҙем яуабынан сығып төҙөлгән. Системала потенциаль инциденттар менән миллионға яҡын текст асыҡланған, уларҙың аныҡ әйтелгән 39 784-е эшкәртелгән.

Муниципалитеттарҙың күбеһе “һары” – сик буйы зонаһында урын алған. Улар 14-тән алып 25-кә тиклем балл йыйған.
Ҡайһы райондарҙы афариндар тип әйтергә була, ә ҡайһыларын – юҡ?

Рейтингыла бөтә райондарҙы дүрт төркөмгә бүлгәндәр:

“Йәшел” – бында хакимиәттәр яҡшы эшләй, һүҙ юҡ.

“Һары” – мәктәптәге ударниктар кеүек. Барыһы ла яҡшы кеүек, тик ҡайҙалыр эшләп еткермәйҙәр.

“Ҡыҙғылт һары” – хәүеф зонаһы, бында барыһы ла насар түгел, әммә яҡшы нәмә лә аҙ, кешеләрҙе ишетмәйҙәр.

“Ҡыҙыл” – “икеле”гә уҡыусылар, ҡуйылған бурыстарҙы үтәй алмайҙар.
Мәсетле районы хакимиәтенең рәсми вәкиле Анфиса Ишмөхәмәтова аңлатма бирә:

“2018 йылдың октябренән Баш-ҡортостан Республикаһында “Инцидент-менеджмент” системаһы ебәрелгәйне. Программа автомат рәүештә социаль селтәрҙәрҙә граждандар мөрәжәғәттәрен таба, уларға өс сәғәт эсендә беренсел яуап бирелә.

Артабан ентекле яуап әҙерләнә, ул тәүлек дауамында баҫыла. Яуаплы кешеләр мөрәжәғәттәрҙе даими контролдә тота һәм оператив рәүештә иғтибар итеп, яуап бирә. Беҙҙең эшмәкәрлек мониторингка дусар ителә, муниципалитеттар рейтингы иң яҡшыларҙы һәм иң насарҙарҙы асыҡлай.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Мәсетле районы 15-се урында тора, ә төньяҡ-көнсығыш райондар араһында – лидер: Дыуан районы – 29-сы, Салауат – 55-се, ә Балаҡатай 58-се урынды биләй.

Иҫәп-хисап методологияһы бер айҙа/кварталда/йылда йәки билдәле бер осор өсөн рейтинг төҙөү мәленә эшкәртелгән инциденттар һанына; инциденттар һанына: башҡарыусыға ни тиклем күберәк инцидент тәғәйенләнгән, ул шул тиклем юғарыраҡ балл аласаҡ; яуаптың сифатлы йөкмәткеһенә һәм уның стилистикаһына; башҡарыусыға тәғәйенләнгән инциденттарҙың дөйөм һанының кисектерелгән инциденттары өлөшөнә (кисектерелгән яуап өсөн алдағы аҙымдар суммаһынан балдарҙы алып ташлайҙар) бәйле.

“Инцидент” программаһының маҡсаты – граждандарҙың проблемаларын хәл итеү. Хәҙерге заман донъяһында ваҡыттарын социаль селтәрҙәрҙә уҙғарған кешеләр һаны артҡандан-арта бара, шуға күрә беҙгә лә уларҙың проблемаларына ваҡытында иғтибар итеп, кешеләр араһында булырға кәрәк”.