Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Бары тик Мәсетле районы шифаханаһы ғына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн 26 путевка бүлгән

Радий Хәбиров: “Мин үҙенсәлекле балалар өсөн Баш- ҡортостан шифаханаларына путевкаларҙың нисек бүленеүенән ҡәнәғәт түгелмен”.

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәләре Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыу ваҡытында унан балаларын сәләмәтләндереү өсөн республика шифаханаларына путевкалар һанын арттырыу мөмкинлеген ҡарауын үтенде.

Уларҙың һүҙҙәренсә, Анапалағы балалар шифаханаларына барыу ҡатмарлыҡтар тыуҙыра, юл йонсота, һәм Башҡортостан шифаханаларында ла реабилитация курсы үтеү мөмкинлеге асылһа, яҡшы булыр ине. Хөкүмәт вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Ленара Иванова биргән мәғлүмәт буйынса, әлегә бары тик Мәсетле районындағы ата-әсәләре менән балалар өсөн шифаханаһы ғына һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн 26 путевка бүлгән.

Соцстрахтың төбәк фонды идарасыһы Марат Латипов йыл һайын 4000 льготалы путевка бүленеүе, шуларҙың 640-ын инвалид балалар алыуын аңлатты. Ләкин уларҙың барыһы ла – башҡа төбәктәрҙәге шифахана учреждениеларына, республика шифаханалары әлегә тиклем конкурслы процедуралар-ҙа ҡатнашманы. Йыл башында республика шифаханалары башта тендерҙарҙа ҡатнашыу теләге белдерҙе, ләкин путевкаларҙа күрһәтелгән түбән хаҡтар арҡаһында һуңынан баш тартты.

“Мин был эштең нисек уҙғарылыуы һәм беҙҙең үҙенсәлекле балалар өсөн путевкалар бүлеү процесы менән ҡәнәғәт түгелмен. 6 путевка – ул бик аҙ, тип иҫәпләйем. Республиканың шифахана фондында 8500 урын иҫәпләнә, һәм уларҙың 10 процентын үҙенсәлекле балалары булған ғаиләләргә бүлеп булыр ине. Башҡортостан шифаханаларында улар хеҙмәттәрҙең бар төрҙәрен дә алырға тейеш”, – тине Радий Хәбиров.

Башҡортостан башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы үҙ хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Бәшировҡа шифаханалар етәкселәре менән тейешле министрлыҡтар һәм ведомстволарҙы йәлеп итеп был мәсьәләне ентекләп өйрәнергә һәм 1 авгусҡа хәл итеү юлдары тураһында үҙенә хәбәр итергә ҡушты.