Бөтә яңылыҡтар

Балалар баҡсаһын төҙөү дауам итә

Оло Ыҡтамаҡта 140 урынлыҡ балалар баҡсаһын төҙөүҙең ҡыҙыу мәле. Эштәр “Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” проекты нигеҙендә алып барыла һәм уны “Главспецстрой” яуап-лылығы сикләнгән йәмғиәте Өфө төҙөлөш компанияһы ғәмәлгә ашыра.

Бөгөн подрядсы стенаны күтәреү һәм түшәмен ябыу буйынса эштәрҙе тулы күләмдә башҡарған, һыу менән тәьмин итеү һәм һыуҙы түгеү системаһы, электр селтәрҙәре һуҙылған.

– Тышҡы коммуникацияларҙан йылылыҡ трассаһын һалырға ҡалды, уның менән әлеге мәлдә “Тепловик” йәмғиәте эшселәре шөғөлләнә. Шулай уҡ ҡыйығын ябыу тамамланып килә. Ошо көндәрҙә эшселәр төҙөкләндереүгә тотонасаҡ. Балалар баҡсаһы территорияһындағы спорт һәм уйын майҙансыҡтары заманса йөйһөҙ резина ябыу менән ҡапланасаҡ, – ти участок начальнигы Артем Давыдов.

Бина эсендә электр һуҙыу эштәре тамамланған. Икенсе ҡатта стеналар тулыһынса штукатурланған, беренсе ҡатта туҡланыу блогы һәм коридор ҡалған. Бер юлы тәҙрә ҡуйыу, елләтеү юлдарын монтажлау алып барыла.

– Район үҙәгендә биш балалар баҡсаһы эшләй. Шуға ҡарамаҫтан, урындар етмәй. Яңы балалар баҡсаһы асыу сиратты тулыһынса бөтөрөргә мөмкинлек бирәсәк, – ти район хакимиәтенең баш архитекторы Ирина Акбашева.