Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
29 Апрель 2019, 15:03

Социаль страховкалау фонды – граждандар һағында

Электрон больничныйҙар, путевкалар һәм реабилитация саралары хаҡында


Кәңәшмәлә төньяҡ-көнсығыш райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, үҙәк район дауаханаһы, ветерандар советтары һәм инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.

Марат Мөкмин улы һуңғы йылдарҙа социаль страховкалау фондында етди үҙгәрештәр булыуын билдәләне. Үткән йылда сығымдар суммаһы 15,5 млрд һум самаһы тәшкил иткән, сағыштырыу өсөн: 2001 йылда 2 млрд 200 млн һум булған.

– Беҙҙең төп эшебеҙ – ул эшләүсе граждандарҙы һәм законлы эшкә урынлашҡандарҙы ғына страховкалау. Шулай уҡ беҙ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр һәм льготалы категория граждандары һағында торабыҙ. Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ, йөклөлөк һәм бала табыу буйынса түләүҙәр, шулай уҡ әсәлек һәм балалыҡ менән бәйле башҡа пособиелар; производствола зыян күргән граждандар-ға түләүҙәр, уларҙың дауаланыуына һәм реабилитацияһына түләү, инвалидтарҙы реабилитация саралары һәм протез-ортопедия изделиелары, льготалы категория граждандарын шифахана-курорт дауалауы менән тәьмин итеү – ошолар беҙҙең көндәлек хәстәрҙәр, – тине РФ Социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе идарасыһы.

Льготалы граждандарҙы тәьмин итеү мәсьәләләре көн тәртибендә төп һорау- ҙар булды. Атап әйткәндә, идарасы льготалыларға шифаханаларҙа дауаланыуға путевкалар биреүгә ҡағылышлы мәсьә- ләләрҙә туҡталды. Путевкаға шифахана-курорт дауалауы өлөшөндә аҡсалата түләү файҙаһына социаль пакеттан баш тартмаған льготалылар дәғүә итә ала. Ләкин средстволар етешмәү ихтыяжды тулыһынса ҡапларға мөмкинлек бирмәй. Әлеге мәсьәлә проблемалы булып ҡала. Әммә, әйтергә кәрәк, эш аныҡ ҡуйылған, путевкалар ғариза биреү көнөнә теүәл сират буйынса бирелә, һәр граждандың мәнфәғәттәре һаҡлана. Бөтә тәьмин итеү процесының асыҡлығы һәм үтә күренмәлелеге өсөн төбәк бүлексәһе сайтында (www.r02.fss.ru) электрон сират эшләй һәм льготалылар теләгән бер мәлдә, бары тик СНИЛС номерын ғына яҙып инеп, сираттағы үҙ позицияларын күҙәтә ала.

Шулай уҡ электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ биттәрен артабан әүҙем индереү кәңәшмәлә иң төп мәсьәләләрҙең береһе булды. 2020 йылға Фондтың Башҡортостан төбәк бүлексәһенең граждандарға пособиеларҙы туранан-тура түләүҙәргә күсеү планлаштырылыуын иҫәпкә алып, был йүнәлеш иң актуаль булып ҡала. Туранан-тура түләүҙәргә күскән ваҡытта электрон эшкә яраҡһыҙлыҡ биттәре мәсьәләләрҙе оператив хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, сөнки ғәйәт күп документтар менән эш итергә тура киләсәк.

Марат Мөкмин улы 2019 йылда булған үҙгәрештәр тураһында һөйләне. Хәҙер производство травматизмын һәм һөнәри ауырыуҙарҙы кәметеү буйынса эш биреүселәр производстволағы бәхетһеҙлек осраҡтары һәм һөнәри ауырыуҙарҙан мотлаҡ социаль страховкалауға страховка иғәнәләре суммаһының 20 проценты урынына 30% ебәрә аласаҡ. Страховкалаусылар элекке исемлек буйынса ҡарал-ған сараларға күрһәтелгән 30 проценттың 20-нән дә ашыуырағын ебәрә алмай, ә өҫтәмә 10 процентын пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәрҙең шифахана-курорт дауаланыуына йүнәлтергә хоҡуҡлы. Шулай уҡ бөтә 30 процентты ла пенсия алды йәшендәге хеҙмәткәрҙәрҙе сәләмәтләндереүгә йүнәлтеү мөмкинлеге бар.

Идарасы инвалидтарҙы техник реабилитациялау саралары һәм протездар менән тәьмин итеү мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлде.

Үрҙә әйтелеүенсә, кәңәшмә граждандарҙы ҡабул итеү менән бергә барҙы. Идарасыға өс кеше мөрәжәғәт итте. Һорауҙар нигеҙҙә льготалы путевкаларға, эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса больничный ҡағыҙҙарына һәм һатып алынған техник реабилитация саралары хаҡын компенсациялауға ҡағылды.