Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
12 Апрель 2019, 13:35

“Юл эксперты” юлдарҙа соҡорҙарҙы бөтөрөргә ярҙам итә

Автомобиль юлдары буйлап хәүеф-һеҙ һәм уңайлыраҡ хәрәкәт итеү өсөн юлдарҙа етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүгә ҙур иғтибар бүленә.

Соҡорҙарҙы ремонтлау эштәре даими алып барыла, әммә эштәрҙең иң ҙур күләме нәҡ яҙғы осорға тура килә, шуға күрә юл хеҙмәттәре алдында проблемаларҙы оператив асыҡлау, бөтөрөү һәм автомобиль йөрөтөүселәр өсөн хәүефһеҙ хәрәкәт тәьмин итеү бурысы тора. Юл хеҙмәтенә проблемалы участкаларҙы табырға халыҡ үҙе лә ярҙам итә ала.

Башҡортостан Республикаһында махсус “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһы эшләнгән. Уның ярҙамында юлдар-ҙа йәки ихатала соҡорҙарҙы ремонтлау буйынса эштәрҙе башҡарыуға заявка ҡалдырырға мөмкин.


Бының өсөн нимә эшләргә?


1. App Store, Google play ярҙамында мобиль ҡушымтаны булдырырға.

2. Исемегеҙҙе, электрон почтағыҙ адресын һәм паролде күрһәтеп, унда теркәлергә.

3. Теркәлгәндә геоданныйҙарға инеүҙе мотлаҡ рөхсәт итергә.

4. “Новая яма” төймәһенә баҫырға, “На дороге” йәки “Во дворе” тип урынын күрһәтергә.

5. Соҡорҙо фотоға төшөрөргә. Кәрәк булғанда, аңлатма бирергә йәки адресын анығыраҡ итеп яҙырға. “Готово” тигән төймәгә баҫырға.


Ҡушымта нисек эшләй?
Заявка юлды балансында тотҡан ойошманың “Шәхси кабинеты”на автоматик рәүешә килә. Артабан ул бер эш көнө дауамында модерация үтә һәм яуаплы башҡарыусыға тапшырыла.

Өс эш көнө дауамында башҡарыусы асыҡланған проблеманы бөтөрә. Һөҙөмтәһе урынында теркәлә, ҡушымта аша ҡуйыла һәм порталда барлыҡҡа килә.

Ҡулланыусының “Шәхси кабинеты”нда заявканың ҡасан килеүе, уны ҡасан эшкәртеүгә ҡабул ителеүе, ҡасан башҡарылыуы тураһында кәрәкле бар мәғлүмәт күренә.