Уға Урта Аҡа ауылынан Зиниара һәм Хәлил Ғәлиевтар эйә булды. Ире – Чернобыль АЭС-ындағы һәләкәт эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыусы. Уларҙың ғаиләһендә өс бала – ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләнә.
Әле ғаилә башлығы эштә. Шул арҡала Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сертификатты уның ҡатынына тапшырҙы. Ул, үҙ сиратында, бындай сертификат алыу уларҙың ғаиләһендә оҙаҡ көткән ваҡиға булыуын белдерҙе.
Хакимиәт башлығы ғаиләне ошондай мөһим һәм шатлыҡлы ваҡиға менән ҡотланы, ғаиләгә именлек һәм изгелек теләне.