Бөтә яңылыҡтар

Күркәм ихаталар һәм матур парктар

“Ҡала мөхите” һәм “Башҡорт ихаталары” проекттары – ғәмәлдә

“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы инициативаһы буйынса 2017 йылда “Заманса ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты старт алды. Уны ғәмәлгә ашырыу 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Проект территорияны комплекслы үҫтереү, ихаталарҙы төҙөкләндереү, күпләп ял итеү өсөн уңайлы урындар булдырыуға йүнәлтелгән. Был мәсьәләләр- ҙе хәл итеүҙә төп роль граждандарға бирелә. Улар үҙ торама пункттарында проектты ғәмәлгә ашырыу планына инәсәк объекттар исемлеге тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Быйыл проект буйынса Оло Ыҡтамаҡта “Атлант” паркын яңыртыу планлаштырыла. Сметала парк территорияһында йөрөү урындарына һәм тротуарҙарға асфальт түшәү, йомшаҡ ябыу менән спорт майҙансығы, ял зонаһы, ГТО нормаларын тапшырыу өсөн май-ҙансыҡ эшләү, урналар, эскәмйәләр ҡуйыу, йәшел үҫентеләр ултыртыу, май- ҙанды яҡтыртыу ҡаралған. Был эштәрҙе башҡарыуға республика һәм район бюджеттарынан 5300 мең һум бүленәсәк.

Шул уҡ программа буйынса Оло Аҡа ауылында Еңеү паркын яңыртырға планлаштыралар. Йомшаҡ ябыу, тренажер-ҙар һәм япма менән спорт майҙансығы, хоккей майҙансығы урынлаштырыу, клумбалары, беседкалары, йәшел үҫентеләре менән кәртәләнгән һәм яҡтыртылған ял зонаһы төҙөү ҡаралған. Эргәһенә эскәмйәләр ҡуйылған тротуар мәктәпкә тиклем һуҙыласаҡ. Автомобилдәрҙе ҡуйыу өсөн урын бүленәсәк. Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙәргә ҡуйылған һәйкәл яҡшыртыласаҡ, тирә-яғына йәшел үҫентеләр ултыртыласаҡ. Эштәр барыһы 3675 мең һумға барып баҫасаҡ.

Быйыл республикала “Башҡорт ихаталары” программаһын тормошҡа ашырыуға 1,7 миллиард һум аҡса бүленәсәк. Программа финанслашыуға нигеҙләнеп эшләй: сығымдың 99 проценты республика ҡаҙнаһынан ҡаплана, ә бер проценты халыҡ иҫәбенә буласаҡ.

Бында тәүге сара халыҡтың йыйылыштарын үткәреүҙән, пландарҙы раҫлауҙан тора. Эш бында йәшәгән халыҡ программаның үтәлгәне тураһындағы актҡа ҡул ҡуйғас ҡына тамамланасаҡ. Быйыл йәй 480 ихата төҙөкләндереләсәк, ә яҡындағы биш йылда уларҙың һаны 2903-кә етәсәк.

Республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, был эштә балалар май- ҙансыҡтарына, резина япмаларға, урналарға, эскәмйәләргә, стендтарға, яҡтыртыуға өҫтөнлөк биреләсәк.

Республика буйынса ихата территорияларын төҙөкләндереү буйынса эштәрҙе 15 майҙа башларға һәм 31 авгусҡа тамамларға планлаштырыла.

Мәсетле районында быйыл Тракт урамындағы фатирҙарҙы айырым йылы- тыуға күскән күп фатирлы 10 өй (3, 9, 7, 11, 13, 14, 16, 16а, 18а, 18а/1) ихаталары төҙөкләндереләсәк. Был маҡсатта 5 млн һумдан ашыу аҡса бүленгән.