Хәҙерге ваҡытта ташсылар бригадаһы беренсе ҡат стеналарын кирбес менән һала.
– Төҙөлөш-монтаж эштәре график нигеҙендә алып барыла. Бинаны кирбес менән күтәреүҙе апрель уртаһына тамамларға планлаштырабыҙ. Унан ҡыйыҡ ябыу эштәре башланасаҡ. Параллель рәүештә электромонтаж эштәре алып барасаҡбыҙ һәм тәҙрә блоктарын урынлаштырасаҡбыҙ. Ҡыйыҡ ябыу эштәре тамамланғандан һуң, эске биҙәү эштәренә тотонасаҡбыҙ, – тип һөйләй участка начальнигы Артем Давыдов.
Районда төҙөлөш – ул яңы эш урындары ла. Буласаҡ балалар баҡсаһы объектында Фиҙәнис Әхмәтсафин етәкселегендә 15 кешенән торған бригада эшләй. Улар барыһы ла, нигеҙҙә, Оло Ыҡтамаҡ һәм Кесе Ыҡтамаҡ ауылдарынан.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: эштәр “Баш-ҡортостандың 100 йыллығына 100 объект” проекты нигеҙендә алып барыла. Республика буйынса быйыл 53 объектты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Улар араһында – 19 мәктәп, 14 балалар баҡсаһы, өс мәҙәниәт һәм сәләмәтлек һаҡлау объекты, ике янғын депоһы һәм 12 спорт комплексы, шул иҫәптән Өфөнөң Затон микрорайонында спорт әҙерлеге үҙәге.
Һуңғыһында инде быйыл йәйге халыҡ-ара балалар уйындары ярыштары уҙасаҡ.