Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
21 Февраль 2019, 12:05

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙеләр

Хакимиәт башлығы Әнис Әсәҙуллин етәкселегендә район делегацияһы БР-ҙың төньяҡ-көнсығыш райондарында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, хужалыҡ итеүҙең бәләкәй формаларын үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Ул Мәсәғүт ауылында үтте.

Кәңәшмә эшендә республиканың дәүләт власы органдары вәкилдәре, төньяҡ-көнсығыш райондары хакимиәттәре башлыҡтары, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм эшҡыуарҙар ҡатнашты. Сараны БР Хөкүмәте Премьер-министры – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Илшат Тажетдинов алып бар- ҙы. Ул йыйылыусыларҙы 2018 йылда Башҡортостан Республикаһының төньяҡ-көнсығыш райондарын социаль-иҡтисади үҫтереү урта сроклы комплекслы программаһын бойомға ашырыу йомғаҡтары менән таныштырҙы.

АПК-ны үҫтереү тураһында мәғлүмәтләндергән БР ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофиновтың сығышынан һуң, Илшат Тажетдинов: “Мәсетле районы гранттар йәлеп итеү буйынса республикала икенсе урын биләй”, – тип өҫтәне.

“УралСтройКерамика” ЯСЙ-һы директоры Салауат Фәйзелғаянов “Кесе Ыҡтамаҡ ауылында кирбес заводын реконструкциялау” проектын бойомға ашырыу өсөн микрокредит алыу тәжрибәһе менән уртаҡлашты.

Кәңәшмәлә шулай уҡ төбәктә килем килтереүсе проекттарҙы бойомға ашырыу мәсьәләләре ҡаралды. Сарала ҡатнашыусыларға БР Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү фонды тарафынан бойомға ашырылыусы ярҙамдың финанс механизмдары тураһында һөйләнеләр.

Район мәҙәниәт йорто фойеһында төньяҡ-көнсығыш райондары предприятиелары һәм шәхси эшҡыуарҙарының һәр төрлө продукцияһы күргәҙмәһе урынлашҡайны.

Пленар өлөштән һуң кәңәшмәлә ҡатнашыусылар “Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты” йәмғиәтендә булды.