Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
21 Февраль 2019, 13:49

Проблемаларҙы берҙәм тырышлыҡ менән хәл итергә кәрәк

“Управдом” форумы ике сәғәттән ашыу барҙы

Уның эшендә район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, башлыҡтың йәшәйеште тәьмин итеү, төҙөлөш һәм ТКХ буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов, идара итеүсе компания, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроле, йорттарҙы һәм подъездарҙы капиталь ремонтлау буйынса төбәк операторы, Өфө ҡалаһының “Ҡаланы таҙартыу буйынса махсус хужалыҡ” предприятиеһы, район хакимиәтенең структур подразделениелары вәкилдәре, Оло Ыҡтамаҡ һәм Әләгәҙ ауыл биләмәләре башлыҡтары, шулай уҡ ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмалар етәкселәре, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр һәм йорттарҙың өлкән итеп ҡуйылған йәшәүселәре әүҙем ҡатнашты.

Форумға тиклем бер нисә көн алдан социаль селтәрҙәрҙә Мәсетле районында ТКХ буйынса төп проблемалар буйынса онлайн-тауыш биреү ебәрелгәйне.

Форум ике сәғәттән ашыуға һуҙылды һәм интернет аша килгән бөтә һорауҙарға, шулай уҡ залда ултырған күп фатирлы йорттарҙа йәшәүсе кешеләрҙең үҙҙәре биргән һорау- ҙарға аңлатмалар бирелде һәм уларҙың хәл итеү мөмкин бул-ған юлдары тәҡдим ителде.

Кәңәшмәне район хакимиәте башлығы Әнис Ҡасим улы асты, ул йыйылғандарҙы торлаҡ-коммуналь өлкәлә баш-ҡарылған эштәр тураһында мәғлүмәтләндерҙе. Ул шулай уҡ оператив кәңәшмәләрҙең береһендә республика башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировтың: “Халыҡ подъездарҙа, ихаталарҙа тәртип булдырыуҙы бик ныҡ үтенә. Был киҫкен мөһим бурыс. Шуға күрә беҙ уларҙы төҙөкләндереү буйынса ҙур программаны башлайбыҙ, был – күләме буйынса ла, масштабтары буйынса ла, яңы ҡараш буйынса ла ТКХ өлкәһендә революция. Беҙ бер ҡасан да подъездарға шул тиклем масштабта кермәнек, төҙөкләндереү менән шөғөлләнмәнек”, – тип әйтеүе тураһында һөйләне. Республика властары күп фатирлы йорттарҙа подъездар ремонтлауға алты миллион һум бүлде. Ошо аҡсаға яҡындағы бер нисә йылда 26 мең подъезды, шул иҫәптән быйыл дүрт мең самаһын ремонтлаясаҡтар. Мәсетле районында барлығы – 102, быйыл Тракт урамы буйынса һигеҙ подъезды ремонтлау планлаштырыла.

Райондың баш архитекторы Ирина Аҡбашева “Баш-ҡортостандың уңайлы ихатаһы” ихата территорияларын комплекслы төҙөкләндереү буйынса республика программаһы тураһында ентекләп һөйләне. Был программаға ярашлы Тракт урамындағы йорт-тарҙың ихата территориялары яҡшыртыласаҡ. Слайдтар-ҙа дизайн-проект күрһәтелде.

Торлаҡ һәм ер контроле буйынса төп белгес Илнур Хәйруллин, “Күп фатирлы йорттар подъездарын капиталь ремонтлау” программаһына ярашлы, Тракт урамының 3, 4, 9, 13-сө йорттары подъездары ремонтланасаҡ: тышҡы ишектәрен тимергә, ә эскеләрен ПВХ-ға алмаштырасаҡтар, шулай уҡ пластик тәҙрәләр ҡуясаҡтар, тине.

Күп фатирлы йорттар кешеләрен йылылыҡ өсөн түләү, иҫәпләп яҙыу, подъездар-ҙы ремонтлау, һәр фатирҙы айырым йылытыуға күсереү һәм башҡа мәсьәләләр ҙә ҡыҙыҡһындырҙы.

Сара һуңында форумда ҡатнашыусылар резолюция ҡабул итте. Быйыл апрелдә Өфөлә үтәсәк күп фатирлы йорттар советтары республика форумына делегат һайланды. Беҙҙең райондан делегат Ленин урамындағы күп фатирлы йорттан Альбина Хәлилова булды.

Әнис Ҡасим улы: “Бары тик берҙәм тырышлыҡ менән генә проблемаларҙы хәл итергә мөмкин”, – тип форум эшенә йомғаҡ яһаны.