Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
12 Февраль 2019, 14:03

Төп ҡаҙаныштары – һөҙөмтәле хеҙмәт

Суд приставтары хеҙмәтенең 2018 йылғы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһау буйынса киңәйтелгән оператив кәңәшмә уҙҙы.

Уның эшендә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Мәсетле районы прокуроры Азамат Шәйбәков, Балаҡатай район-ара суды рәйесе Альберт Нәжипов, хөкөмдө башҡарыу федераль хеҙмәте идаралығының Дыуан филиалы өлкән инспекторы Владимир Редькин, Башҡортостан адвокаттар коллегияһының Мәсетле филиалы етәксеһе Фәнил Ғиниәтуллин, Рәсәй эске эштәр министрлығы Мәсетле районы буйынса бүлегенең участка уполномоченныйҙары һәм балиғ булмағандар эштәре буйынса бүлеге начальнигы Вадим Хәбибуллин һәм суд прис-тавтары бүлегенең шәхси сос-тавы ҡатнашты.

Суд приставтары бүлеге начальнигы – өлкән суд приставы Илдар Шәйәхмәтов 2018 йылда башҡарылған эштәргә йомғаҡ менән сығыш яһаны. Уның әйтеүенсә, отчет осоронда суд приставтары судьялар-ҙың һәм башҡа суд процесында ҡатнашыусыларҙың хәүеф-һеҙлектәрен тәьмин итеүгә 601 заявканы үтәгән. Ҡулға алын-ған һәм арест һалынған милекте тартып алыу буйынса ғәмәлдәрҙе башҡарғанда суд прис-тавтары-башҡарыусыларҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса 499 заявка үтәлгән. Тикшереп үткәреү режимын ғәмәлгә ашырғанда бысаҡтар, заточка, яныусан-тоҡаныусан предметтар асыҡланған. Ошо бар осраҡтар буйынса саралар күрелгән. 2018 йылда судтарҙа ғәҙәттән тыш хәлдәргә юл ҡуйылмаған. Суд приставтары-башҡарыусылар милеккә 171 арест башҡарған,1,5 меңдән ашыу осраҡта бурыслының йәшәгән урыны буйынса барған.

ЮХХДИ линияһы буйынса 1 млн 800 мең һумдан ашыу суммаға административ штраф түләттерелгән.

Балиғ булмаған йәштәге балаларҙы ҡарауға алименттарҙы түләтеү тураһында 305 башҡарыу эше бар ине, 160 башҡарыу документы тамамланған, шул иҫәптән бурыслы 107 гражданды эшкә урынлаштырыуға бәйле. 10 бурыслыға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. 2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата алимент түләтеү тураһында 145 башҡарыу эше бар.

“Иҫерек водителдәр” категорияһы – уларҙы мәжбүри баш-ҡартыу 12 процентҡа кәме- гән. Милеккә арест һалыу буйынса 18 осраҡ, ситкә сығыуҙы сикләү һәм башҡа сикләүҙәргә бәйле 19 административ эш буйынса мәжбүр итеү саралары һөҙөмтәһендә 61 бурыслы штрафын түләгән, 21 осраҡ буйынса бурыс хеҙмәт хаҡынан тотоп ҡалына.

БР буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығына коллекторҙар һәм кредит биреүселәрҙең граждан- дарҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙары тураһында 2018 йыл башынан 359 мөрәжәғәт килде. Мәсетле районында ундай осраҡтар теркәлмәгән.

Әйткәндәй, кисектерелгән бурысты ҡайтарыу менән шөғөлләнеүселәрҙең законһыҙ эш итеүҙәренә тарығандар Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 95 адресы буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Баш-ҡортостан идаралығына мөрәжәғәт итә ала.

Һөҙөмтәлелек күрһәткесе – 100%, оперативлыҡ – 100%, законлылыҡ 100% тәшкил итте. 2018 йыл йомғаҡтары буйынса Мәсетле районы суд приставтары бүлеге Башҡортостан Республикаһының 72 бүлеге араһында 33-сө урын биләй.