– Ҡорғат ауылы биләмәһендә Аҡа йылғаһы аша һалынған күпер авария хәлендә тип табылған, – ти ауыл биләмәһе башлығы Илнур Кашапов. – Шуға күрә транспорт сараларының ауырлығы буйынса сикләүҙәр бар – биш тоннанан ашыу ауырлыҡтағы техникаға үтеү рөхсәт ителмәй ине. Әгәр ул бөтөнләй яраҡһыҙ хәлгә килһә, ул саҡта Ҡорғат ауылы ғына түгел, ә ауыл биләмәһенә ингән Юлай һәм Тимербай ауылдары ла райондан бүленеп ҡаласаҡ. Ләкин яңы заманса күпер барлыҡҡа килеү менән, был проблема хәл ителәсәк.
Ҡорғаттарға яңы объект төҙөү республика һәм район хакимиәте ярҙамы менән мөмкин булды, улар аҡса бүлде. Эштәрҙе башҡарыу өсөн барлығы 78 млн һум талап ителә.
Бүленгән аҡсаға буласаҡ күперҙең проекты эшләнгән.
Эштәр подрядсыһы – “Мостоотряд №30” – төҙөлөш территорияһына кәрәкле техника килтерә башланы. Геодезия эштәре үткәрелде. Мастер Илнур Кинйәбаев һүҙҙәренсә, яңы күпер өс тороҡтан, 18-әр метрлы тимер-бетон балка- ларҙан торасаҡ. Свайҙарҙың тәрәнлеге – 10 метр. Йыл һуңына күпер файҙаланыуға әҙер буласаҡ.