Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
31 Ғинуар 2019, 12:03

Мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итеү еңелерәк

Район хакимиәте башлығының халыҡ менән осрашыуҙары дауам итә

Әнис Әсәҙуллин Оло Аҡа ауыл биләмәһендә булды.

Район хакимиәте башлығы ауыл Советы башлығы Вадим Шаһибитдинов менән балалар баҡсаһын барып күрҙе. Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында һыуыҡ булған. Яңыраҡ тәҙрәләрен, подвалдағы йылытыу торбаларының береһен алмаштырғандар. Хәҙер бүлмәләрҙә йылы һәм ата-әсәләр балаларын баҡсаға ҡурҡмай килтерә ала.

Мәктәптә ауыл биләмәһе активы менән осраштылар. Халыҡ әңгәмәлә ҡыҙыу ҡатнашты, күптән борсоған проблемалары менән уртаҡлашты һәм ауыл тормошон яҡшыртыу буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.

“Сүп-сар реформаһы” күптән түгел башланды. Шуға күрә нәҡ уның иң ныҡ фекер алышыу темаһына әйләнеүе ғәжәп түгел. Күп кешеләр ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу ҡағиҙәләре хаҡында аҙ мәғлүмәтле, шуға күрә был йәһәттән ҡай-һы бер ҡыйынлыҡтар тыуҙы.

Аҡа халҡын борсоған тағы ла бер проб-лема – күпер төҙөү. Уны ремонтлау планлаштырылған. Халыҡ ремонт эштәре өсөн район хакимиәтенең техника менән ярҙам итеүен үтенә.

Кешеләр ауыл урамдарында берәҙәк эттәрҙең артыуына хафалана. Февралдә уларҙы тотоу буйынса подрядсы билдәләнәсәк һәм был мәсьәлә хәл ителәсәк.

Әнис Ҡасим улы, үҙ сиратында, күп проблемаларҙы ауыл кешеләре һәм ауыл биләмәһе хакимиәтенең бергәләп хәл итеүе еңелерәк, тип билдәләне. Формаль булмаған шарттарҙа халыҡ менән йышыраҡ осрашырға кәрәк.

– Оло Аҡа ауыл биләмәһендә үҙ ауылдары өсөн борсолған кешеләр йәшәүе һөйөндөрә. Оҙаҡламай ауыл биләмәләрендә граждандар йыйылыштары башланасаҡ. Һеҙҙең шулай уҡ әүҙем булырығыҙға өмөтләнәм, – тип йомғаҡ яһаны ул осрашыуға.