Был ваҡиғаға бигерәк тә балалар ҡыуанды. Улар һырғалаҡтың барлыҡҡа килеүен күптән көтә ине. Һырғалаҡтың ҡабын эшләү “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проекты буйынса алып барылды. Проект буйынса 99 мең һум бүленгән. Был аҡсаға төҙөлөш материалдары: таҡталар, тимер бағаналар, кәртәләр һәм сетка һатып алынған.
“Һырғалаҡты төҙөү эштәре көҙҙән үк башланды. Тәүҙә беҙ территорияны таҙарттыҡ. Элек бында ауыл советы хакимиәте бинаһы урынлашҡайны. Янғындан һуң нигеҙе ҡалғайны. Беҙ шул нигеҙҙе алдыҡ, ерҙе таҙартып тигеҙләнек. Һырғалаҡҡа һыу һибеп туңдырыуҙа бер-аҙ ҡыйынлыҡтар килеп сыҡты, сөнки эргәлә һыу юҡ. Уны трактор һәм янғын һүндереү машинаһы менән ташыныҡ. Һырғалаҡты һыу менән тәьмин итеү өсөн киләсәктә ҡойо ҡаҙырға уйлайбыҙ.
Һырғалаҡты эшләгәндә битараф ҡалмаған бар ауылдаштарыма сикһеҙ рәхмәт белдерәм. Бигерәк тә староста Илшат Шәйхисламовҡа, Иҙелман Әхмәт- йәновҡа, Урал Әхмәтовҡа, Ильяс Мозафаровҡа”, – ти Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Раил Низамов.
Һырғалаҡ буш тормай. Ололар ҙа, кескәйҙәр ҙә унда рәхәтләнеп шыуа. Майҙаны ҙур, бөтәһенә лә урын етә. Унда кисен дә инергә мөмкин, был маҡсатта дүрт фонарь ҡуйылған.
Ауыл халҡы яңы эшләнгән һырғалаҡтан ҡәнәғәт
– Беҙ конькиҙа шыуырға яратабыҙ. Элек шыуыу өсөн ҡалаға йәки район үҙәгенә йөрөй инек. Ә хәҙер үҙебеҙҙә яңы һырғалаҡ! Декабрь һуңында мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уны асыуға арналған бик шәп сара ойошторҙо. Беҙ көн һайын тиерлек һырғалаҡҡа йөрөйбөҙ. Тәүҙә балалар әҙерәк йөрөй ине, хәҙер арта баралар, күптәре яңы коньки һатып ала. Майҙандың яҡтыртылыуы бик яҡшы, сөнки башлыса халыҡ эштән һуң килә. Беҙ был ваҡиғаға бик шатбыҙ, ә иң мөһиме – балалар ҡәнәғәт. Ойоштороусыларға ҙур рәхмәт! – ти Ләмәҙтамаҡта йәшәүсе Лена Мөхәрәмова.
Конькиҙа шыуыу бар организмға ыңғай йоғонто яһай. Шыу- ғанда арҡаны төҙ тоторға кәрәк, юғиһә тигеҙлекте һаҡлау ҡыйын. Арҡаны төҙ тотҡанлыҡтан умыртҡа һөйәген тотоп тороусы мускул-дар нығый һәм һын матурая. Үҫмерҙәр өсөн был шөғөл – сколиозды кәметеү өсөн яҡшы ысул. Ололар өсөн – иртә остеохондрозды кәметеү мөмкинлеге. Һырғалаҡҡа даими йөрөү йөрәктең көсөн арттыра, күп ыңғай тойғолар бирә, психологик көсөргәнеште кәметә.
Конькиҙа шыуыуҙан файҙа алыу өсөн хәүефһеҙлек техникаһын үтәргә, йығылыуҙан һаҡланырға, дөрөҫ кейенергә кәрәк.