Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
17 Ғинуар 2019, 12:09

Йоностар менән осрашыу уңышлы үтте

Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллиндың халыҡ менән осрашҡан киләһе торама пункты Йонос ауылы булды.

Йонос ауылы биләмәһе хакимиәте башлығы Рәүф Ниғмәтуллин менән берлектә улар ауылдың фельдшер-акушерлыҡ пунктына барҙы. ФАП бинаһы йылы һәм таҙа. Кешеләрҙе тәжрибәле белгес ҡабул итә. Фельдшер менән санитар бында оҙаҡ йылдар эшләй һәм уларға хаҡлы ялға сығырға ла күп ҡалмаған. Уларҙы йәш белгестәр менән тәьмин итеү мәсьәләһе борсой. Был проблема әлеге торама пункт өсөн генә хас түгел һәм уны хәл итеү район хакимиәте өсөн тәү сираттағы бурыс булып тора.

Шунан һуң Әнис Ҡасим улы ауыл клубында булды. Урындағы мәҙәниәт усағына капиталь ремонт кәрәк. Түшәм һәм ҡыйыҡ айырым иғтибарҙы талап итә. Ләкин, шуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй – бик матур саралар ойоштороп уҙғара. Ә был ундай торама пункт-тар өсөн мөһим.

Мәктәптә район хакимиәте башлығы ауыл биләмәһе активы менән аралашты. Әңгәмә ирекле хәл-шарттарҙа үтте. Йоностар үҙҙәрен күптән борсоған проблемалар тураһында һөйләне. Шундай-ҙарҙың береһе – спиртлы эсемлектәрҙе самаһыҙ ҡулланыу. “Легаль булмаған алкоголде һәм фунфыриктарҙы тыйырға кәрәк”, – ти халыҡ. Әнис Әсәҙуллин был мәсьәләлә теләктәшлек белдерҙе һәм ваҡытлыса төбәк башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбировтың да эскеселек менән көрәш сәйәсәте алып барыуына һәм халыҡты сәләмәт йәшәү рәүеше алып барырға саҡырыуы тураһында әйтте. Шуға күрә был күренеште тамырынан юҡ итеү халыҡтың үҙенән тора, тип ҡыйыу рәүештә әйтергә була.

Бынан тыш халыҡты тыуған ауылдарының экологияһы һәм уны төҙөкләндереү мәсьәләһе борсой. Уларҙың фекеренсә, сүп-сарҙарын тейешһеҙ урындарға ташлаған һәм шуның менән тәбиғәтте сүп-сарға батырған кешеләр менән ҡатыраҡ көрәшергә кәрәк. Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы йыйыу һәм сығарыуҙың яңы реформаһына ҡағылышлы һорауҙар ҙа күп булды. Йоностар контейнерҙар урынлаштырыу урындарын һайлау буйынса үҙ тәҡдимдәрен индерҙе.

Шулай уҡ әңгәмә ваҡытында ауылға газ кертеү (уны проектлау башланған), һыу менән тәьмин итеү, мәктәп территорияһын кәртәләү һәм һәйкәлдәр торошо мәсьәләләренә ҡағылдылар.

Йоноста халыҡ битараф түгел, шуға күрә улар менән аралашыу уңышлы булды. Уларҙың бөтә һорауҙарын һәм теләктәрен Әнис Ҡасим улы үҙенә яҙып ҡуйҙы. Ҡайһы берҙәре кисекмәҫтән хәл ителәсәк.