Декабрь һуңында республика бюджеты иҫәбенә һатып алынған “А” класлы ГАЗ (Соболь) автомобилдәре төбәктең медицина ойошмаларына таратып бирелде. Тиҙҙән шулай уҡ икенсе машинаның килеүе көтөлә!
Райондың баш табибы Альберт Нурмөхәмәтов билдәләүенсә, дауахана- ларҙың яңы ашығыс ярҙам автомобилдәренә эйә булыуы – һаулыҡ һаҡлыу өлкәһе өсөн мөһим ваҡиға.
– Яңы транспорт районыбыҙ хал-ҡына, шул иҫәптән алыҫ урынлашҡан ауыл кешеләре өсөн тәүге ярҙам алыу мөмкинлеген арттырасаҡ. Бының пациенттар өсөн генә түгел, ә медицина хеҙмәткәрҙәре һәм ашығыс ярҙам автомобилдәре водителдәре өсөн уңайлы булыуын билдәләп үтергә кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Альбер Әҡсән улы.
Республика Хөкүмәте тарафынан тағы ла 172 автомобиль һатып алыу өсөн аҡса бүленгән. Улар төбәк райондары һәм ҡалаларының автопаркын күпкә тулыландырасаҡ һәм яңыртасаҡ.