Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
17 Декабрь 2018, 13:11

Беҙҙең өсөн иң мөһиме – халыҡ файҙалана алырлыҡ булыу

Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы МФЦ бүлексәһенең үткәреү һәләте көнөнә 80-ләп кеше тәшкил итә. МФЦ тарафынан бирелеүсе хеҙмәттәргә һорау ғәйәт ныҡ ҙур, һәм күп меңлек Мәсетле районы халҡының уларға ихтыяжы даими үҫә. Үткән йыл менән сағыштырғанда МФЦ тарафынан башҡарылған эш күләме ике тапҡырға тиерлек артҡан.

Район халҡына дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе күрһәтеү сифатын күтәреү һәм уны һәр кем ала алырлыҡ итеү маҡсатында ауыл советтары нигеҙендә территориаль айырымланған структур подразделениелар (ТОСП) эше ойошторолған, йәғни ауыл биләмәләрендә хәҙер граждандарҙы ҡабул итеү тәҙрәләре буласаҡ.
Ул түбәндәге торама пункттарҙа 7 ТОСП: Әләгәҙ (Совет урамы, 6); Оло Аҡа (Тыныслыҡ урамы, 45); Дыуан-Мәсетле (Сабир Ваһапов урамы, 4); Ләмәҙтамаҡ (Карл Маркс урамы, 3); Кесе Ыҡтамаҡ (Тракт урамы, 1а); Яңы Мишәр (Мәктәп урамы, 40); Йонос (Хәйерзаманов урамы, 1).
ТОСП офисы эшләгән ауыл биләмәләре халҡына район үҙәгенә йөрөргә кәрәкмәй, ә бик ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә һәм туранан-тура үҙ ауылдарында кәрәкле хеҙмәттәрҙе алырға була. ТОСП-ла Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы МФЦ-ла күрһәтелгән кеүек үк дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе алырға була. Хәҙер дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе алыу еңелләште, ул эргәлә генә. “Беҙҙең өсөн иң мөһиме – ул халыҡ файҙалана алырлыҡ булыу һәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙе “бер тәҙрә” режимында алыу уңайлылығы”, – ти МФЦ хеҙмәткәрҙәре.
Әйткәндәй: http://calc.rcspn.mintrudrb.ru/adviser/ default.aspx адресы буйынса урынлаштырылған интерактив онлайн-консультант эшләй, уның ярҙамында дәүләт социаль ярҙамына хоҡуҡ тураһында мәғлүмәт ала алаһығыҙ.
Социаль ярҙам саралары биреү тәртибе һәм шарттары, шулай уҡ кәрәкле документтар исемлеге менән һеҙ БР-ҙың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сайттарында танышырға мөмкин: www.mintrudrb.ru (“Социаль ярҙам” һәм “Түләүҙәр һәм пособиелар” бүлектәрендә). Шулай уҡ mfcrb/ru рәсми сайтында йәки +7 (347)246-55-33 МФЦ бәйләнеш үҙәге телефоны буйынса кәрәкле мәғлүмәтте алырға йәки ҡабул ителеүгә яҙылырға мөмкин.
Норматив 15 минут тәшкил итә тороп, уртаса алғанда республика буйынса кешеләр үҙ сираттарын 29 минут көтә. Проблеманың төп сәбәбе – кадрҙарҙың етешмәүе һәм алмашыусанлығы.
Башҡортостанда 74 МФЦ офисы һәм 475 территориаль айырымланған структур подразделение эшләй, тәҙрәләрҙең дөйөм һаны – 1273. Республикала йәшәүселәрҙең 99 процентының “бер тәҙрә” принцибы буйынса хеҙмәт алыу мөмкинлеге бар.