Әжекәй ауылынан биш оҫта көн һайын боҙ ҡаласығы төҙөү өҫтөндә эшләй.
– Был эш менән ете йылдан ашыу шөғөлләнәбеҙ. Беҙҙең тәүге фигуралар ҡарҙан ине. Ләкин улар бик тиҙ ватыла. Шуға күрә боҙҙан яһай башланыҡ. Улар матурыраҡ та, ныҡлыраҡ та. Тәүҙә бригадабыҙ менән йыйылып проект төҙөйбөҙ, шунан ижади идеяларыбыҙҙы тормошҡа ашырырға ынтылабыҙ. Эш һәр ваҡыт кәйефтәрҙе күтәрә, дәртләндерә. Беҙҙең коллективта айырым атмосфера – байрамса, күңел биреп эшләйбеҙ. Эшкә тотонған көндән үк балалар килеп быйыл ниндәй фигуралар буласағын һораша башланы. Улар беҙҙе танып тора, үҙ итеп иҫәнләшәләр, – ти боҙҙан ғына түгел, ә ағастан скульптуралар яһауҙың ысын оҫтаһы Фәнил Ғәтиәтуллин.
Был эштә уға Ғәзинур Ғәлимов, Рафаэль Ғәлимов һәм Альфред Хисаметдинов ярҙам итә. Азат Хажимөхәмәтов – командала тәүге йыл, ләкин ул үҙ бурыстарын яҡшы үтәй. Оҫталарҙың һәр ҡайһыһы үҙ бурысын белә, шуға күрә уларҙың эштәре лә ырай.
15 сантиметрҙан да кәм булмаған ҡалынлыҡтағы боҙҙарҙы Әй йылғаһынан алғандар. Ул үтә күренмәле, ҡом бөртөктәре эләкмәгән булырға тейеш. Уйып алынған киҫәктәр төрлө ҙурлыҡта килеп сыға. Уларҙан булған эскиздар буйынса дөйөм формалар өйөлә. Ә һуңынан, бөйөк скульптор Микеланджело әйткәнсә, бензобысҡы менән “алалар ҙа барлыҡ артыҡ нәмәһен ҡыйып төшөрәләр”. Был уларҙың төп эш ҡоралы тиергә мөмкин. Артабан йоҡа ҡасауҙар эшкә егелә. Улар ярҙамында скульптураға ахыр сиктә кәрәкле форманы бирәләр. Ә һуңынан инде тәбиғәт үҙенекен итә, ел өрөп шундай үтә күренмәле итә. Боҙ бер аҙ ирегән ваҡытта быялаға оҡшап китә – бик матур килеп сыға. Эш бик күп тырышлыҡ, сабырлыҡ, бөхтәлек һәм, әлбиттә, талант һәм илһам талап итә. Боҙ ҡаласығын оҫталар 10 декабргә төҙөп бөтөргә планлаштыра.
Үкенескә күрә, ижад емештәрен һаҡлау мәсьәләһе проблема булып ҡала. Быйыл мәсетлеләр һәм район ҡунаҡтары, барыһынан да элек, һәммәбеҙ өсөн дә байрам кәйефе тыуҙырырға ынтылған оҫталарҙың еңел булмаған, күп хеҙмәт талап иткән эшенә һаҡсыл ҡарар, тигән өмөттә ҡалабыҙ.