Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
16 Ноябрь 2018, 14:02

Эшҡыуарҙар өсөн субсидиялар

Районда йыл һайын “2013 – 2018 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъект-тарын үҫтереү” муниципаль программаһы бойомға ашырыла.Микрозаймдар бирелә, яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар өсөн бушлай белем биреү курстары уҙғарыла. Үкенескә күрә, дәүләттән финанс ярҙамы алыу мөмкинселеге тураһында бөтә эшҡыуарҙар ҙа белмәй. Шуға күрә беҙ төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса идаралыҡ начальнигы Илшат Ғабдулла улы Хәсәновтан интервью алырға булдыҡ.

– Илшат Ғабдулла улы, субсидияларҙы кемгә алырға мөмкин?

– Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, йәғни юридик ойошмалар һәм шәхси эшҡыуарҙар, шул иҫәптән крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары башлыҡтары.

– Йыш ҡына йәш кешеләр үҙ бизнестарын асыу өсөн средстволар етмәү проблемаһына юлыға. Программала эш башлаусы эшҡыуарҙар өсөн субсидиялар бармы?

– Эш башлаусы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына бизнестары формалашыуҙың башланғыс стадияһында субсидиялар (стартаптар) бирелә. Финанс ярҙамының был төрө дәүләт теркәлеүе үтеү датаһынан алып субсидия һорап мөрәжәғәт итеү мәленә тиклем бер йылдан күберәк ваҡыт үтмәгән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына бирелә.

Субсидиялар бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары һораған средстволарҙың 15 проценттан да кәм булмаған суммаһын үҙҙәре һалған осраҡта бирелә.

– Эш башлаусы эшҡыуар ниндәй суммаға иҫәп тота ала?

– Субсидия күләме 500 мең һумға тиклем етергә мөмкин.

– Эшҡыуарҙарға тағы ла берәй төрлө субсидиялар бармы?

– Популяр ярҙам төрҙәренең береһе – ул бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъект-тарының лизинг килешеүе буйынса тәүге иғәнәләрен (аванстарын) түләүгә сығымдарын ҡаплау маҡсатында субсидия биреү. Ул тәүге (тәү башланғыс, аванс) иғәнә түләү буйынса сығымдың 100 проценты күләмендә түләнә. Субсидияның иң ҙур күләме – 1 млн һум, ләкин лизинг килешеүе хаҡының 50 процентынан да ҙурыраҡ түгел.

– Лизинг килешеүе предметы нимә булырға мөмкин?

– Бында ҡорамалдар, ҡоролмалар, механизмдар, автотранспорт саралары (еңел автомобилдәрҙән тыш), агрегаттар, машиналар, универсаль платформалар һәм баш-ҡалар инергә мөмкин.

– Программала финанс ярҙамының тағы ниндәй төрҙәре бар?

– Ул лизинг түләүҙәренең бер өлөшөн субсидиялау. Рәсәй Банкының бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан лизинг түләүен түләү мәленә ғәмәлдә булған төп ставкаһының дүрттән өс өлөшөнән(3/4) дә ҙурыраҡ булмаған күләмдә лизинг түләүҙәрен түләү менән бәйле сығымдары ҡаплана, ләкин ағымдағы йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты тарафынан лизинг түләүен түләүгә фактик рәүештә сарыф ителгән средстволарҙың 70 процентынан да күберәк түгел.

– Үҙ хеҙмәткәрҙәрен уҡытыуға сығымдарҙы ҡаплауға финанс ярҙамы бармы?

– Эйе, ундай белем биреү хеҙмәттәренә түләү менән бәйле сығымдарҙың бер өлөшөн субсидиялау кеүек ярҙам төрө бар. Эшҡыуарҙың эшсе кадрҙарҙы әҙерләүгә, ҡайтанан әҙерләүгә, квалификацияларын күтәреүгә сарыф ителгән средстволары ҡаплана. Атап әйткәндә: сығымдарының 50 процентына тиклеме ҡаплана. Уҡытылыусы бер хеҙмәткәргә субсидияның иң ҙур күләме – 10 мең һум.

– Хәҙер социаль эшҡыуарлыҡ популярлаша бара. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының ҡайһылары ундай төргә ҡарай, һәм шундай бизнес башларға тәүәкәлләгәндәргә финанс ярҙамы күрһәтеләме?

– Был йүнәлеш өҫтөнлөклө. Социаль эшҡыуарлыҡҡа бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарының социаль проблемаларҙы хәл итеүгә, шул иҫәптән инвалидтарҙың, өс йәшкә тиклемге балалары булған әсәләрҙең, балалар йорттарынан сығарылыусыларҙың, шулай уҡ һуңғы ике йылда иректән мәхрүм итеү урындарынан азат ителеүсе һәм ауыр тормош хәлендәге шәхестәрҙең мәшғүллеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән социаль яуаплы эшмәкәрлеге инә.

– Әйтегеҙ әле, әгәр эшҡыуар финанс ярҙамы алырға документтар тапшырырға булһа, уларҙы ул ҡайҙа бирергә тейеш?

– Документтарҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы, Ленин урамы, 26 адресы буйынса “Баш-ҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр күрһәтеү күп функциялы үҙәге”нә тапшырырға кәрәк. Әгәр эшҡыуар уларҙы документтар ҡабул итеүҙе туҡтатып тороу йәки бөтөнләй туҡтатыу датаһы иғлан ителгәндән һуң бирһә, уның документтарын ҡабул итмәүҙәре мөмкин.

– Ә был турала ул нисек беләсәк?

– Документтар ҡабул ителә башлау тураһындағы мәғлүмәт “Мәсетле тормошо” район гәзитендә һәм муниципаль район хакимиәтенең рәсми сайтында (https:// mechetly.bashkortostan.ru) урынлаштырыла.

– Әгәр эшҡыуар бер нисә ярҙам төрө буйынса мөрәжәғәт итһә, ул ярҙамдың һәр бер төрө буйынса айырым документтар йыйылмаһы бирергә тейешме?

– Эйе, тап шулай. Һәр төр буйынса – айырым документтар пакеты. Әйтергә кәрәк, ярҙам алыуға ғариза биреү мәленә бөтә кимәлдәге бюджеттарға һәм дәүләт бюжеттан тыш фондтарға һалымдар һәм башҡа мотлаҡ түләүҙәр буйынса бер ниндәй ҙә бурыстар булырға тейеш түгел.

– Районда бәләкәй бизнесҡа ярҙам итеүҙең башҡа формалары бармы?

– Эшҡыуарҙар “Башҡортостан Республикаһының бәләкәй бизнес микрокредит компанияһы” ойошмаһы аша микрозаймдар алырға мөмкин. Шулай уҡ йылына 7,5% ставка менән 3 миллион һумға тиклем ала алалар. Офис район хакимиәте бинаһында урынлашҡан (48-се кабинет).

– Йыш ҡына банктар эшҡыуарҙарға кредиттар бирмәй. Бындай осраҡта дәүләт эшҡыуарға нисек ярҙам итә ала?

– Башҡортостан Республикаһының бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды тарафынан лизинг шарттарында бизнесҡа төп средстволарҙы биреү өсөн лизинг фонды булдырылған.

– Лизингка ниндәй ҡорамалдар бирелә?

– Сәнәғәт һәм технологик ҡорамалдар, ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡорамалдары, етештереү, эшкәртеү, ауыл хужалығы, ҡунаҡхана эшмәкәрлеге, төҙөлөш, йөк ташыу, йәмәғәт туҡланыуы, транспорт һәм элемтә өсөн махсус техника һәм транспорт саралары.

– Ҡайһы ваҡыт үҙ эшен башлар өсөн йәиһә эшләп йөрөгән эшҡыуарҙарға бизнес алып барыу өлкәһендә билдәле бер белем етешмәй. Республикала һәм районда эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре буйынса мәғлүмәти һәм консультация ярҙамы күрһәтеләме?

– Әлбиттә, эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге алып барыу менән бәйле теләһә ниндәй мәсьәләләр буйынса. Һәр төрлө ярҙам буйынса консультацияларҙы район хакимиәтенең 16-сы һәм 33-сө кабинеттарында алырға мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт – БР Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте сайтының (https://mechetly.bashkortostan.ru) “Экономика – поддержка малого и среднего предпринимательства” бүлегендә.

Хакимиәт эшҡыуарҙарҙы әлеге ваҡытта конкурс иғлан ителеүе тураһында мәғлүмәтләндерә, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына финанс ярҙамы күрһәтеүгә заявкалар ҡабул ителә, ваҡыты – 2018 йылдың 7 декабренә тиклем.

Адель АБДРАХМАНОВА.