Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
8 Ноябрь 2018, 18:00

Берҙәмлектә – көс 3.11.18

Мәсетле районы территорияһында донъяға үҙ ҡараштары, үҙ диндәре булған 15-ләп милләт йәшәй. Шуға ҡарамаҫтан, бер-беребеҙ менән беҙ дуҫ һәм татыу.

Үткән шәмбе Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында Халыҡтар берҙәмлеге көнө уңайынан байрам үтте.

Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк скверын үҙгәртеү районды төҙөкләндереүҙәге мөһим ваҡиға булды. Был көндө уны тантаналы рәүештә астылар. Ғаилә скверын асыу хөрмәтенә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты Рәшит Ғәтиәтуллин, райондың баш архитекторы Ирина Аҡбашева һәм Оло Ыҡтамаҡ ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Радик Ғәләүетдинов лайыҡ булды.

Әйтергә кәрәк, скверҙағы “Я люблю Мечетлинский район” объекты “Социум” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге һәм уның директоры Флүр Дусмөхәмәтов ярҙамында эшләп ҡуйылды.

Был көндө тәүге коммунар-ҙарҙы ла иҫкә алдылар. Уларға ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалынды. Район Мәҙәниәт һарайы артистары концерт әҙерләгәйне. Мультиинструменталист Заһир Зәйнетдиновтың сығышы мәсетлеләр өсөн бүләк булды.

Байрам берҙәмлектең буш һүҙ булмауын тағы ла бер ҡат иҫбатланы. Был көндө бары тик берҙәм булһаҡ ҡына беҙ ауырлыҡтарҙы еңә һәм үҙебеҙҙең яҡты киләсәгебеҙҙе төҙөй аласағыбыҙ тураһында күп әйтелде.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.