Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
16 Октябрь 2018, 16:01

Яңы Мөслимдә икеләтә байрам

Ғәҙәт буйынса 11 октябрҙә Баш-ҡортостанда Республика көнө билдәләнә. Был көндө Яңы Мөслим ауылында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Реаль эштәр” проектына һәм “Ҡала мөхите” программаһына ярашлы яңыртылған Еңеү паркын асыу тантанаһы булды.

Оҙаҡ йылдар урындағы халыҡ хәленән килгәнсә был урынды тәрбиәләп тота, паркты ағастар баҫып алыуына юл ҡуймай ине. Быйыл ул яңынан тыу-ҙы, тиергә мөмкин. Әллә ни ҙур булмаған ваҡыт эсендә бында асфальт юл түшәлде, фонарҙар һәм эскәмйәләр, балалар майҙансығы һәм башҡалар ҡуйылды.

Көндөң уңайлы булмауына – ямғыр-ҙың биҙрәләп ҡойоуына ҡарамаҫтан, паркка халыҡ һәм саҡырылған ҡунаҡтар йыйылды.

Ҡыҙыл таҫманы ҡырҡыу хоҡуғы Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллинға, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы депутаты, “Ҡарағай” шифаханаһы директоры урынбаҫары Рәшит Ғәтиәтуллинға һәм Оло Ыҡтамаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәләүетдиновҡа бирелде (һүрәттә).

Ҡотлау һүҙе менән Мәсетле районы муниципаль районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сығыш яһаны. Ул Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең ярҙамы арҡаһында беҙҙең районда күп кенә ыңғай үҙгәрештәр булып тора, бихисап проекттар бойомға ашырыла, тине. Райондың киләсәге яҡшы һәм перспективалары ҙур. Ул Яңы Мөслим халҡын күңелле ваҡиға менән ҡотланы һәм барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм бөтә эштәренең дә уңыуын теләне.

Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе башлығы Радик Ғәләүетдинов сығышында иғтибарҙары һәм ярҙамдары өсөн район һәм республика етәкселегенә рәхмәт әйтте, шулай уҡ паркты төҙөкләндереүҙә ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе. “Иҫегеҙҙәме, өс йыл элек беҙ Яңы Мөслим ауылында дуҫтар менән осрашырға, әсәйҙәргә балалары менән сығып йөрөргә урын эшләнһә, ҡайһылай яҡшы булыр ине, тигәйнек. Тик ул ваҡытҡа был хыял ғына ине. Ә бөгөн ул ысынбарлыҡҡа әйләнде”, – тине Радик Рифат улы.

Яңы Мөслим ауылында йәшәүсе Вәрис Фәтихов, ҡотлауҙарға ҡушылып, парк территорияһында тәртип булдырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан ауылдаштарына һәм 6, 7, 8 кластар уҡыусыларына рәхмәт әйтте. “Еңеү паркы – ул аяҙ күк йөҙө һәм беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн көрәшкән яҡташ яугирҙарыбыҙ тураһында хәтирә һаҡланған урын. Ә беҙ обелисктарҙы таҙалыҡта һәм тәртиптә тоторға тейеш”, – тине ул. Шулай уҡ ул халыҡҡа малдарын иреккә сығарып ебәрмәүҙәрен үтенеп мөрәжәғәт итте, сөнки уларҙың паркка килеп инеүҙәре мөмкин.

Эльвира БАҺАУЕТДИНОВА.