Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
10 Октябрь 2018, 16:09

Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев Мәсетле районында булды

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһы депутаты Илдар Бикбаев Кесе Ыҡтамаҡ, Ҡорғат, Ростов, Ләмәҙтамаҡ һәм Яңы Яуыш ауыл биләмәләрендә граждандар менән осрашты.

Урындағы халыҡ депутатҡа күп кенә һорауҙар менән мөрәжәғәт итте. Уларҙы барыһынан да нығыраҡ газ үткәреү һәм йылытыу, юлдарҙы, күперҙәрҙе, һыу менән тәьмин итеү системаларын ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү, янғын һүндереү машиналарын, транспорт бәйләнешен тейешле законлы кимәлдә тотоу, тотош медицина хеҙмәтләндереүен яҡшыртыу мәсьәләләре ҡыҙыҡһын- дырҙы.

Кесе Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһендә депутатҡа бер нисә кеше килде. Һәр береһе – үҙ һорауы, үҙ проблемаһы менән. Пенсионер Александр Ярушин Оло Ыҡтамаҡ һәм Мәсәғүт ауылдарындағы медицина хеҙмәтләндереүе проблемаларына ҡағылды. “Ленинский” АПК-һы рәйесе Павел Ватолин эшҡыуарҙар Россельхозбанк менән эш иткәндә осраған проблемалар тураһында һөйләне. Пенсионер Виктор Максимов ауыл биләмәһенең күптән борсоған мәсьәләләре буйынса килгән – ул Кесе Ыҡтамаҡ ауылында клубты, Кесе Ыҡтамаҡ һәм Түбәнге Бобин ауылдары араһындағы юлдарҙы ремонтлау. Сергей Паситов электр ҡултыҡ таяҡтары һатып алырға булышлыҡ итеүҙәрен үтенде.

Ҡорғат ауыл биләмәһендә ҡабул ителеүгә бер юлы алты кеше килгәйне. Улар Свердловск өлкәһе Әртә районының Сухановка ауылына ҡәҙәр юл һалыу, Ҡорғат ауылына газ кертеү мәсьә-ләләре менән килгән. Уҡытыусылар- ға, мәҙәниәт һәм медицина хеҙмәт- кәрҙәренә субсидияларҙы индексациялау һәм утын киҫеүгә билеттар алыу процедураһын ябайлаштырыу мәсьә-ләләрен хәл итеүҙә ярҙам һораны.

Ростов ауыл биләмәһендә халыҡты Ишәле ауылында фельдшерлыҡ пунктын һәм Оло Ыҡтамаҡ – Красноуфимск рейслы автобустар маршрутын асыу, Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы “Башнефть” АЗС-ына АИ-80 маркалы бензин килтереү, янғын һүндерү депоһын тотоу мәсьәләләре борсой.

Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһе халҡы исеменән Илдар Бикбаевҡа ауыл биләмәһе башлығы Раил Низамов мөрәжәғәт итте. Халыҡты интернет, кеҫә телефоны бәйләнешенең һәм янғын һүндереү техникаһының булмауы борсой. Ә Ләмәҙтамаҡ ауылының төп проблемаһы – Ләмәҙ йылғаһы ярын нығытыу.

Яңы Яуыш ауыл биләмәһендә депутатҡа Яңы Яуыш ауылының ҡайһы бер урамдарына һәм Иҫке Мишәр ауылына газ кертеү проблемаһы менән ауыл биләмәһе депутаты Денис Нәбиуллин һәм Әй йылғаһы ярын нығытыу буйынса пенсионер Илфат Вәхитов мөрәжәғәт итте.

Килеүселәрҙең барыһы менән дә ентекле һөйләшеү булды, аңлатмалар бирелде. Депутат Илдар Бикбаевтың эш көнө бай йөкмәткеле һәм уңышлы үтте.

Илдар Зиннур улы әйтеүенсә, халыҡтың проблемаларын хәл итеүҙә ярҙамлашыу өсөн ул һәр кемде тыңларға әҙер. Ундай эш сәфәрҙәре район һәм ауыл биләмәләренең нисек йәшәүен һәм барыһынан да элек ниндәй проблемаларҙы хәл итергә кәрәклеген яҡшыраҡ белеү мөмкинлеге бирә.

Зилә РӘХИМҠОЛОВА,

“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма

комитеты етәксеһе.