Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
3 Октябрь 2018, 12:02

Мәсетле районында “Берҙәм Рәсәй” партияһының федераль һәм төбәк проекттары әүҙем бойомға ашырыла

“Ҡала мөхите”, “Реаль эштәр”, “Балалар спорты”, “Тыуған яҡ мәҙәниәте”– был партия проекттары төп бурысты хәл итеү – программаны һәм граждандарҙың наказдарын бойомға ашырыу инструменттарының береһе булып тора. Һөҙөмтәлә партия кешеләрҙең реаль проблемаларын хәл итә ала.

2018 йылда “Реаль эштәр” проектына 1 млн 700 мең һум бүленгән. Яҡшы эш күләме башҡарылған, уның ҙур өлөшө белем биреү һәм мәҙәниәт учреждениеларын төҙөкләндереү менән бәйләнгән. Мәҫәлән, Ҡорғатта дөйөм белем биреү мәктәбе бинаһында төп һәм тамбур ишектәрҙе алмаштырҙылар, Степной ауылында ауыл клубының ҡыйығына капиталь ремонт яһанылар, Әләгәҙ ауылының “Родничок” балалар баҡсаһында һәм Яңы Мөслим ауылының дөйөм белем биреү мәктәбендә, тәҙрәләрҙе алмаштырып, капиталь ремонт эшләнде. Оло Ыҡтамаҡ ауылы Башҡорт гимназияһы филиалы – Яңы Яуыш төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары спорт кәрәк-яраҡтары һәм ҡорамалдарына эйә булды. Ә Абдулла һәм Ләмәҙтамаҡ ауылдарында балалар уйын майҙансыҡтары һатып алынған.

“Ҡала мөхите” проектына 2018 йылда 5 млн 778 мең һумдан ашыу бүленгән. Проектта 3 торама пункт: Оло Ыҡтамаҡ, Яңы Мөслим, Әләгәҙ ауылдары ҡатнаша. Оло Ыҡтамаҡтағы үҙәк майҙанды төҙөкләндереү тулы көйгә бара, Яңы Мөслим ауылындағы Еңеү паркын төҙөкләндереү эштәре тамамланды, уны 11 октябрҙә тантаналы асыу планлаштырыла. Әләгәҙ ауылында Совет урамындағы 1-се һәм 2-се йорт ихаталарын асыу тантанаһы булды, атап әйткәндә, асфальт түшәү “Берҙәм Рәсәй” партияһы программаһы арҡаһында бойомға ашырылды.

“Берҙәм Рәсәй” 2018 йылда “Бала-лар спорты” проектын тормошҡа ашырыуҙы дауам итә (ауыл мәктәптәрендә спорт залдарын ремонтлау һәм реконструкциялау). “Балалар спорты” проектына ярашлы 2018 йылда районға барлығы 785 мең һумдан ашыу бүленгән.

1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейы филиалы – Вафа Әхмәҙуллин исемендәге Ләмәҙтамаҡ урта мәктәбендә эштәр тамамланыу стадияһында. Спорт залында иҙәндәрҙе, йылытыу системаһын, ишек уйымдарын, электр яҡтыртылышын тулыһынса алмаштыралар, сантехник һәм биҙәү эштәрен башҡарасаҡтар.

Мәҙәниәт учреждениелары эшен күтәреү өсөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы “Тыуған яҡ мәҙәниәте” федераль партия проектын бойомға ашыра.

“Тыуған яҡ мәҙәниәте” федераль партия проектын бойомға ашырыу- ға 2018 йылда Мәсетле районына 4 млн 200 мең һумдан ашыу аҡса бүленгән. Средстволар мәҙәниәт учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға китәсәк, атап әйткәндә мебель, сәхнә кейемдәре, офис техникаһы, тауыш ҡорамалдары, музыка ҡоралдары һатып алынасаҡ.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы проекттарын финанслауҙың дөйөм күләме 2018 йылда 12 миллион һумдан ашыу тәшкил итте, был – халҡыбыҙҙың тормош етешлеген арттырыу-ҙа һәм райондың иҡтисади нигеҙен нығытыуҙа һиҙелерлек өлөш.

Зилә РӘХИМҠОЛОВА,

“Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе.