Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
20 Сентябрь 2018, 18:08

Районыбыҙҙа ауыл хужалығы кооперацияһы үҫешкә старт ала

Районда ике ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы теркәлгән.

Сыр һәм һөт продукцияһы етештергән “Урарту” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына һөт тапшырыусылар һәм “МолПромСтрой” ЯСЙ-һы берләшкән. Улар-ҙың төп эшмәкәрлек төрө – сыр һәм сыр продукттары етештереү.

Кооперативтың продукцияһы Мәсетле, Балаҡатай, Дыуан, Ҡыйғы, Салауат райондары магазиндарына, Өфө, Красноуфимск, Первоуральск, Екатеринбург ҡалаларының күмәртә баҙарҙарына һәм магазиндарына ебәрелә.

“Хафиз” ауыл хужалығы тәьмин итеү-һатыу ҡулланыусылар кооперативы.

Төп эшмәкәрлек төрө – һөт һәм һөт продукцияһы етештереү. Продукцияларын төп ҡулланыусылар: Дыуан районы Сальевка ауылының “Галактика” ЯСЙ-һы, Екатеринбург ҡалаһының “Агротехпром” ЯСЙ-һы.

БР Хөкүмәтенең 2018 йылдың 8 июнендәге “Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына берләшеү буйынса граждандар инициативаһына нигеҙләнгән килем килтергән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә БР бюджетынан грант биреү тәртибен раҫлау тураһында” 254-се ҡарарына ярашлы, “Урарту” һәм “Хафиз” кооперативтары үҙ проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн грант алыуға конкурс аша һайлап алыуҙа ҡатнаша.

Шулай уҡ Мәсетле районында ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативына берләшеү буйынса граждандар инициативаһына нигеҙләнгән килем килтергән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативтарын үҫтереүгә БР бюджетынан грант алыуға конкурс һайлап алыуында ҡатнашыуға заявка биреү өсөн ике инициатива төркөмө булдырылған. Улар ошондай составта:

Ләмәҙтамаҡ ауыл биләмәһенең инициатива төркөмө (3 КФХ һәм 7 шәхси ярҙамсыл хужалыҡ нигеҙендә) “Артабан эшкәртеү өсөн һөт йыйыу, һаҡлау, транспортировкалау, таҙартыу һәм һыуытыу” проекты менән.

Оло Ыҡтамаҡ ауыл биләмәһе инициатива төркөмө (“Аҡтау”, “Ленинский”, “Йондоҙ” хужалыҡтары, “Попов” КФХ-һы һәм шәхси эшҡыуар Рәүил Әхмәтйәнов составында) “Сәнәғәт, аҙыҡ-түлек һәм фураж производствоһы өсөн иген, ҡуҙаҡлы иген, майлы һәм башҡа культуралар эшкәртеү” проекты менән.

Был инициатива төркөмдәре, шулай уҡ “Урарту” һәм “Хафиз” кооперативтары ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереүгә БР бюджетынан гранттар биреү буйынса конкурстың беренсе этабында ҡатнашыуға рөхсәт алғандар.

Александр ЗАКИРОВ,

Мәсетле мәғлүмәт-консультация

үҙәгенең төп бухгалтеры.