Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
14 Сентябрь 2018, 18:07

Минең йортом – минең ғаиләм

Бында халыҡ татыу бер ғаилә булып йәшәй. Барыһы ла бер-береһен белә, ауыр минуттарҙа һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер.

Әләгәҙ ауылында “Берҙәм Рәсәй” партияһының “2018-2022 йылдарҙа заманса ҡала мөхите булдырыу” программаһы сиктәрендә эшләнгән Совет урамындағы 1-се һәм 2-се өйҙәрҙең ихаталарын асыу хөрмәтенә байрам үтте. Барыһы ла шартына тура килтерелде: ҡыҙыл таҫма киҫелде. Ҡунаҡтарға “Берҙәм Рәсәй” партияһынан ҙур булмаған сувенирҙар тапшырҙылар, артабан музыкаль номерҙар ҡуйылды.

Ҙур һәм әһәмиәтле программа буйынса яһалған ихатаны асыу тантанаһында Әләгәҙ ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Тәлғәт Вәлитов, “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй партияһының урындағы башҡарма комитеты етәксеһе Зилә Рәхимҡолова, Мәсетле районы Советы депутаты Рәшит Ғәтиәтуллин ҡатнашты. Улар ауыл биләмәһенең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан өсөн ауыл халҡына район етәкселеге исеменән рәхмәт белдерҙе һәм ныҡлы сәләмәтлек, барлыҡ башланғыстарында уңыштар, артабан да үҙ хеҙмәттәренән ҡәнәғәтлек һәм шатлыҡ тойғоһо кисереүҙәрен теләне.

“Берҙәм Рәсәй” партияһы программаһы һәм халыҡтың тырышлығы һөҙөмтәһендә хәҙер ихатала матур, таҙа, барыһы ла төҙөк. Ул йорттарҙа йәшәүселәрҙең үҙ ерҙәренә ҙур һөйөүе һәм илһамлы хеҙмәте менән сағыу, байрамса төҫ алды. Халыҡ бер-ҙәм булһа, дәүләт төрлө программалар менән ауылдарҙы төҙөкләндереүгә ярҙам итә. Әләгәҙҙәге был яҡшы башланғыс – ошоға асыҡ миҫал.

Адель ҒАФФАРОВА.