Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
11 Сентябрь 2018, 18:06

Балаларҙың туҡланыуына – тейешле иғтибар

Бала көндөң яртыһынан күберәген мәғариф учреждение-һында үткәрә: шөғөлләнә, хәрәкәтләнә, өйрәнә, төрлө тойғолар кисерә – былар барыһы ла күп энергия талап итә, ә уны бала тулы ҡиммәтле туҡланғанда ғына ала. Райондың белем биреү учреждениеларында туҡланыу нисек ойошторолған?

Бөгөн район мәктәптәрендә 2748 уҡыусы белем ала, балалар баҡсаларына 1231 тәрбиәләнеүсе йөрөй. Белем биреү учреждениеларының барыһында ла бөтә кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған ашхана һәм кухня бар. Балаларҙың айырым бер категорияһы бушлай ашау хоҡуғына эйә. Уларға күп балалы аҙ тәьмин ителгән, үҫеш мөмкинлектәре сикләнгән, аҫрауға алған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән, опекалағы балалар, етемдәр, инвалидтар ҡарай. Мәктәптәрҙә яуаплы кешеләр йыл һайын уларҙың исемлеген төҙөй, үҙгәрештәр индерә, яңырта. Ата-әсәләр тапшырған документтар менән раҫланған ҡәтғи иҫәп алып барыла.

Дөрөҫ туҡланыуҙың әһәмиәтен барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ. Бында, ашханаларҙы сифатлы аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеп, хеҙмәт күрһәтеүселәр ярҙам итә. Бөгөн, аутсорсингка күсеүгә бәйле, мәғариф учреждениеларында туҡланыуҙы ойоштороуҙы шәхси эшҡыуар Размик Мигичян бойомға ашыра. Бына инде 10 йыл ул мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына уҡыусыларҙың һәм кескәйҙәрҙең дөрөҫ үҫешеүенә кәрәкле аҙыҡ-түлек килтереүгә конкурста ҡатнаша. Ошо йылдар эсендә Размик Ованесович үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күр-һәтте, аҙыҡ-түлекте ваҡытында килтерҙе. Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе шәхси эшҡыуар үҙ өҫтөнә алғас, мәктәптәр етәкселегенең ваҡыты хәҙер уҡытыу процесына ғына бағышлана.

Размик Ованесович күп йылдар Мәсетле районында йәшәй. Үҙе лә күп балалы атай, шунлыҡтан үҫеп килгән быуындың сәләмәтлегенә битараф түгел.

Сәләмәт (рациональ) туҡланыу – бала сәләмәт йәшәү рәүеше алып барһын өсөн төп шарттарҙың береһе.

Адель ГАФФАРОВА.