Республикала Рәсәйҙең Федераль суд приставтары хеҙмәте тарафынан йыл һайын үткәрелгән “Баланы мәктәпкә йый” акцияһы башланды.
Сара Белем көнө алдынан уҙғарыла. Балалар хоҡуҡтарын яҡлау һәм тәьмин итеү, алимент бурыстарын түләтеү тураһындағы суд ҡарарҙары талаптарының башҡарылыу нәтижәлелеген һәм сифатын күтәреү маҡсатында республиканың суд приставтары милек хәлдәрен тикшереү өсөн көн һайын бурыслыларҙың йәшәгән урындарына барасаҡ, бурыслы граждандың алимент йөкләмәләре буйынса эш хаҡынан тотоп ҡалыу-ҙарҙың ваҡытында һәм тулы күләмдә бойомға ашырылыуын тикшерәсәк һәм башҡа мәжбүри түләтеү сараларын ҡулланасаҡ.
Акцияның маҡсаты: алименттар түләнмәү проблемаһына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү, суд приставтарының алимент түләүҙәрен түләтеү менән бәйле суд ҡарарҙарын үтәү буйынса эштәренең һөҙөмтәлелеген күтәреү, әсәлек һәм балалыҡ хоҡуҡтары һәм мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итеү, шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан ҡалған етем балаларға ярҙам итеү.
Балиғ булмаған балаларын ҡарауға аҡса түләүҙән баш тартҡан хәсрәт ата-әсәләрҙе административ һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыу-ҙары мөмкин. Мәҫәлән, 2018 йылдың 6 айында идаралыҡтың структур подразделениелары тарафынан РФ Енәйәт кодексының 157-се статьяһы буйынса алимент түләмәүселәргә ҡарата 755 енәйәт эше ҡуҙғатылған.
“Баланы мәктәпкә йый” акцияһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ структур подразделениеларҙа тематик асыҡ ишектәр көнө, балалар йорттары, мәктәп-интернаттар тәрбиәләнеүселәре өсөн хәйриә саралары уҙғара, мәктәп кәрәк-яраҡтары йыя һәм уларҙы балалар йорттарына, йәкшәмбе мәктәптәренә һәм күп балалы ғаиләләргә тапшыра.
Акция 1 августа старт алды һәм ай бөткәнсе дауам итәсәк.