Сараның инициаторы – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте. Сессия эшендә Мәсетле, Балаҡатай, Салауат, Ҡыйғы һәм Дыуан райондары вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыу ғәҙәти булмаған форматта үтте. Һәр береһе үҙ районының стратегик үҫеш проектын әҙерләүҙә актив ҡатнашты.
Беренсе өлөштә БР Стратегик тикшеренеү институты директоры А. В. Йәнгиров республиканың социаль-иҡтисади үҫеше стратегияһы, өҫтөнлөктәре һәм йүнәлештәре тураһында һөйләне. Ауыл хужалығын үҫтереү мөмкинселектәре менән Баш-ҡорт дәүләт аграр университетының иҡтисад һәм менеджмент кафедраһы мөдире В. А. Ковшов таныштырҙы.
Республиканың төньяҡ-көнсығыш территорияһының ауыл хужалығында хәҙерге заман технологиялары һәм социаль үҫеш йүнәлештәре тураһында И. А. Русаков – агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге эксперт һәм Д. В. Попов – БР СТИ-һының Кеше потенциалын өйрәнеү үҙәге етәксеһе һөйләне.
Пленар өлөштән һуң сессияла ҡатнашыусылар райондар буйынса ике секцияға бүленде. Сессия планы буйынса улар төрлө өлкәләрҙә йүнәлештәрҙе һәм Төньяҡ-Көнсығыш муниципаль берләшмәләренең үҫешен асыҡланы. Шулай итеп, территория үҫешенең инерцион сценарийы билдәләнде.
Муниципаль район вәкилдәре территория үҫешендә маҡсат һәм өҫтөнлөк ҡуйыуҙа туранан-тура ҡатнашыу мөмкинлеге алды һәм киләсәктә теләгән образ төҙөнө. Маҡсатты тормошҡа ашырыу механизмын: норматив акттарҙы, үҙ-ара тәьҫир итешеү форматын һәм технологияларын өйрәнде.
Әҙерләнгән проекттар төркөмдәрҙә күрһәтелде. Инициативаларҙы эксперттар баһаланы.
Тәҡдим ителгән проекттар республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарындағы мәсьәләләр оҡшаш икәнен күрһәтте. Шуларҙың күптәрен муниципаль берләшмәләрҙе интеграциялау юлы менән сисеп була.