Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
3 Август 2018, 12:03

Дүрт меңлек

Ул нисек үтәсәк? Ошо һорауға БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтының Кеше капиталын өйрәнеү үҙәге етәксеһе урынбаҫары Наилә Шәмсутдинова яуап бирә.

БР Стратегик тикшеренеүҙәр институты ғалимдары масштаблы социологик тикшеренеү эшен башлай. Ул республиканың егерме районынан дүрт меңдән ашыу кешене йәлеп итәсәк. Тикшеренеү Башҡортостандың муниципаль стратегияларын комплекслы әҙерләү сиктәрендә үткәрелә.

– Иғтибар үҙәгендә–ауыл. Төп һорау алыуҙар ауыл райондарында үтәсәк һәм бында иғтибар ҙур булмаған ауылдарға биреләсәк,–тип билдәләй Наилә Ҡәдим ҡыҙы. – Дөйөм алғанда, һорау алыу территориаль йәлеп итеүҙе иҫәпкә алып, муниципалитеттар буйынса бүленәсәк.

Бындай тикшеренеүҙәр илдең икенсе төбәктәрендә лә үткәрелә, әммә Баш-ҡортостанда был тикшеренеүҙәр беренсе тапҡыр муниципаль стратегияларҙы комплекслы әҙерләүгә бәйләнгән. Бынан алдағы һорау алыу –2015 йылдағы алты меңлек республика стратегияһына ҡағылды. Шул арҡала республика халҡының тормошон сағыштырып ҡарау мөмкинлеге бар.

Һорау алыусының ҡулында танытма һәм һикһән һорау менән ҡағыҙ буласаҡ. Уларҙың һәр береһе егерме-утыҙ кешенән һорау аласаҡ.

–Ишек шаҡығандан һуң, асмаһалар йәки яуап бирергә теләмәһәләр, һорау алыусы нимә эшләй?

–Беҙҙә тотошлайы менән һорау алыу үткәрелмәй. Шуға күрә был осраҡта һорау алыусы киләһе йортҡа мөрәжәғәт итә ала. Ҡабатлап әйтәм, иң мөһиме – эште тулыһынса үтәү һәм һорауҙарға сифатлы яуаптар алыу. Йәки яуап биреүселә һорау алыуҙа ҡатнашыу теләге булырға, шулай уҡ ул яуаптарының мөһимлеген аңларға тейеш.

–Һорау алыуға һәм яуап биреүселәргә билдәле бер минималь талаптар бармы?

–Беҙгә, аналитик төркөмгә, һорау алыуҙың сифатлы үтеүе мөһим. Муниципалитеттарҙа һорау алыусылар эшенең схемаһын супервайзерҙар әҙерләй. Улар үткән аҙнала БР Стратегик тикшеренеүҙәр институтында курстар үтте, күптәре халыҡ иҫәбен алыу эшендә ҡатнашҡан. Һорау алыусы эш режимын үҙ аллы билдәләй – эштең нормаһын һәм һорау алыуҙың технологияһын үтәү мөһим,–тип һыҙыҡ өҫтөнә ала ғалим.

Бер нисә һорау – асыҡ, ентекле яуапты талап итә. Мәҫәлән, яуап биреүсе үҙе һәм яҡындары өсөн ниндәй перспективалар күрә. Бында һорау алыу-сының мөһим бурысы – яуап биреү ваҡытында ҡыҫылмаҫҡа; кеше киләсәктә нимә көткәнен үҙе яҙырға тейеш.

Кешенең шәхси стратегияһына ҡағылышлы айырым һорауҙар төркөмө бар – үҙенең киләсәген ҡайһылай күрә: нисек йәшәйәсәк, эшләйәсәк, белем аласаҡ, балалар үҫтерәсәк һәм тәрбиәләйәсәк, шәхси үҫешәсәк, ауылдағы күршеләре менән үҙ-ара бәйләнеште нисек күҙ алдына килтерә. Был һорау-ҙарҙың мөһим төркөмдәренең береһе.

Яуап биреүсе шулай уҡ әлеге хәлгә баһа бирәсәк, ошо хәлгә килтергән сәбәптәрҙе, унан сығыу юлдарын әйтәсәк.

Масштаблы тикшеренеү һөҙөмтәләре муниципаль стратегиялар нигеҙенә ятасаҡ – БР Стратегик тикшеренеүҙәр институты әҙерләйәсәк стратегик документтар айырмаһының береһе шунда.

Мәсетле районына квота – 200 кеше. Һорау алыуҙар был аҙнала тамамланасаҡ.