Мәсетле тормошо
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
1 Август 2018, 11:52

Мәсетлеләрҙең үҙ кирбесе буласаҡ

Үткән йома Кесе Ыҡтамаҡ ауылында кирбес заводын астылар.

Кирбес заводын тергеҙеү һәм киңәйтеү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырыу менән “УралСтройКерамика” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шөғөлләнә. Бөгөн предприятие кирбес етештереү әҙерлегенең юғары дәрәжәһенә ирешкән. Заводты яңыртыу өсөн бөтәһе 18 миллион һумдан ашыу капитал һалынған.

Завод тулы ҡеүәткә эшләй башлағас, 120 яңы эш урыны барлыҡҡа киләсәк.

Тантанала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппаратының махсус проекттарҙы оҙатып барыу бүлеге мөдире Наил Хәлиуллин, Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, БР Дәүләт төҙөлөшөнөң төҙөлөш материалдары сәнәғәте бүлеге начальнигы Сергей Турсуков, БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Мәсәғүт территориаль комитеты рәйесе урынбаҫары Александр Булатов, “БР-ҙың бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәге” автономиялы коммерциялы булмаған ойошмаһы директоры Илһам Закиров, “Баш- ҡортостандың үҫеш корпорацияһы” акционерҙар йәмғиәтенең территорияларҙы үҫтереү буйынса директоры Илгиз Каршанов, район хакимиәте, Мәсетле районының мәшғүллек үҙәге вәкилдәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Саҡырылған ҡунаҡтар заводты ҡарап сыҡты, “УралСтройКерамика” директоры Салауат Фәйзелғаянов кирбесте етештереү технологияһы, яңыртыу сиктәрендә башҡарылған эштәр күләме менән таныштырҙы.

Салауат Имамғаяз улы шундай күләмле эште тормошҡа ашырыуҙа ярҙам күрһәткәндәре өсөн республика Хөкүмәтенә, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына, Дәүләт төҙөлөшөнә, Мәсетле районы хакимиәтенә, башҡа идаралыҡтарға һәм ойошмаларға, шулай уҡ, төрлө ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, уға ышаныс белдергән коллегаларына рәхмәт белдерҙе.

Әнис Ҡасим улы кирбес заводының һөҙөмтәле эшләүенә һәм продукцияның уңышлы һатылыуына ышаныс белдерҙе.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.