Бөтә яңылыҡтар

Һәр төҙөлөш кирбес талап итә

– Ҡасандыр эш ҡайнап торған предприятиелар һәм заводтарҙың емерелеүен күреп күңел әрней, – ти Сала-уат Файзылғаянов.

Нәҡ ул һәм Марсель Сәлимгәрәев – Өфө эшҡыуарҙары – дүрт йыл элек торг барышында Кесе Ыҡтамаҡ ауылындағы кирбес заводына эйә була.

Салауат Файзылғаянов һүҙҙәренсә, ул саҡта заводтың стеналары һәм түшәме, шулай уҡ хужалыҡ ҡаралтылары ремонтлауҙы, туҙған ҡоролмалары яңыртыуҙы талап итә. Бөтә территория насар торошта була.

– Дүрт йыл дауамында ҙур эштәр башҡарылды, – ти ул. – Бинаға, ҡыйығына капиталь ремонт яһаныҡ. Конструкцияларҙы көсәйттек, технологик сылбырҙы тергеҙҙек, газ үткәрҙек. Бынан тыш, территорияны тәртипкә килтерҙек, уны бөтә сүп-сар-ҙан таҙарттыҡ.

Заводтан алыҫ булмаған кирбес етештереү өсөн алынасаҡ балсыҡ карьеры документтар менән рәсмиләштерелгән.

Шулай итеп, кирбес етештереү линияһы тулыһынса яйға һалынған. Үткән көҙ һынау партияһы етештерелгән. Был алынасаҡ продукт сифатын баһалау мөмкинлеген биргән.

– Бөгөнгә тиклем беҙ эшебеҙҙе күрһәтмәнек, – тип уртаҡлаша Салауат Файзығаянов. – Мин башта һөйләп, аҙаҡтан эшләргә өйрәнмәгәнмен. Хәҙер инде, кирбес заводын тергеҙеү буйынса ҙур эштәр башҡарғандан, күп көс һәм аҡса түккәндән һуң, эш яйға һалынды тип әйтергә мөмкин.

Әйе, алда башҡараһы эштәр күп әле һәм директор быны йәшермәй ҙә. Иң мөһим бурыстарҙың береһе тип ул көнкүреш һәм хеҙмәт шарттарын яҡшыртыуҙы иҫәпләй.

– Бында хеҙмәт итәсәк кешеләр өсөн шарттар юҡ ине. Беҙ эшселәребеҙҙең хәүефһеҙ шарттарҙа эшләүен, уларға уңайлы һәм йылы булыуын теләйбеҙ. Йәшәү һәм ял итеү бүлмәләрен ремонтланыҡ, йылы иҙәндәр түшәнек, мебель ҡуйҙыҡ, һыуыҡ һәм йылы һыу үткәрҙек. Тиҙҙән йылытылған душ бүлмәһе, бәҙрәф һәм башҡалар буласаҡ, – тип һөйләй ул.

Бөгөн заводта 20 кеше эшләй. Уларҙың 15-е – беҙҙең райондан: Кесе Ыҡтамаҡ, Абдулла, Оло Аҡа ауылдарынан. Ләкин завод тулы көскә эшләһен өсөн 70 эшсе талап ителә. Заводҡа мейескә ҡуйыу-сылар, шихта әҙерләүселәр, формаға һалыусылар, кирбес яндырыусылар һәм башҡалар кәрәк. Уларҙы эшкә урында өйрәтәсәктәр. Персонал эҙләү буйынса район хакимиәте һәм халыҡ мәшғүллеге үҙәге ярҙам итә.

Шулай уҡ тәү бурыстар-ҙың береһе булып продукцияның сифатын даими яҡшыртыу тора. Ләкин ул бөгөн дә алынған сертификаттарға ярашлы юғары сифатлы булып баһалана. Завод тәүлегенә М-170 маркалы 20 мең кирбес етештерәсәк. Кирбес талап ителә лә инде.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.