Муниципаль район хакимиәтендә ҡабул итеү өсөн тәғәйенләнгән сәғәттә кешеләр күп булды.
Мәсетлеләр власть органдарының урындарға сығып күсмә ҡабул итеү кеүек эш формаһына күптән инде күнеккән. Беҙҙең районға республика кимәлендәге етәкселәр һәм белгестәр даими килеп тора, уларға теләгән һәр кем үҙ һорауҙарын бирә ала. Шуға ҡарамаҫтан, ошо көндәрҙә үткән ҡабул итеү үҙенең масштаблылығы менән айырылып торҙо. Ун алты власть органы вәкиле бер үк ваҡытта, район хакимиәтенең төрлө кабинеттарында урынлашып халыҡтың проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам күрһәтте, ҡануниәттең йөкмәткеһен аңлатты, көнүҙәк һорауҙарға яуаптар бирҙе.
Был көндө район халҡы үҙ мөрәжәғәттәрендә һаулыҡ һаҡлауға, пенсия тәьминәтенә, төҙөкләндереүгә, тирә-яҡ мөхит торошона ҡағылышлы бихисап мәсьәләләрҙе күтәрҙе. Актуаль булып ҡалыуын дауам иткән юлдар төҙөү һәм ремонтлау проблемаһы айырым ауыл кешеләре генә түгел, ә ауыл биләмәләре башлыҡтары тарафынан әйтеп ишеттерелде. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ тематикаһы, юриспруденция, мәғариф мәсьәләләре һәм башҡа нәмәләр ҙә иғтибарһыҙ ҡалманы.
Барлығы 105 ҡабул итеү булған, улар барышында 119 һорау бирелгән. Айырым мөрәжәғәттәр буйынса ҡарарҙар ҡабул ителгән йәки тулы аңлатмалар бирелгән. Һорауҙарҙың бер өлөшө контролгә алынды, улар закон тарафынан билдәләнгән ваҡыт эсендә ҡараласаҡ.
Визит барышында делегация Оло Ыҡтамаҡ ауылының бер нисә объектында: Оло Ыҡтамаҡ ҮРД-һында (дауахананың төҙөлөп бөтмәгән икенсе комплексы менән танышыу), 1-се лицейҙа (спорт залы төҙөү өсөн бүленгән майҙансыҡ менән танышыу), “Светлячок” балалар баҡсаһында (балалар баҡсаһы бинаһын реконструкциялау проекты менән танышыу), “Көньяҡ” микрорайонында (балалар баҡсаһы төҙөү өсөн бүленгән майҙансыҡ менән танышыу) һәм “Урарту” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативында (сыр эшләү цехы менән танышыу) булды.
Мәсетле районы халҡы менән осрашыуға йомғаҡ республика власы вәкилдәренең район активы менән киңәйтелгән кәңәшмәһендә яһалды. Осрашыуға район Советы депутаттары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятиелар һәм учреждениелар, йәмәғәт ойошмалары етәкселәре саҡырылғайны.
Сығыш яһаусыларҙың һәр береһе үҙ ведомствоһының эшен нисек төҙөүе, кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыу һәм уларҙың етеш тормошо өсөн ниндәй саралар күреүе тураһында ентекләп һөйләне. Шулай уҡ ҡабул итеү ваҡытында ауыл кешеләре барыһынан да күберәк күтәргән проблемалар билдәләнде.
Киңәйтелгән күсмә ҡабул итеүгә йомғаҡ яһап, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Динир Әхмәтйәнов (һүрәттә), халыҡ менән осрашыу яҡшы ойошҡан кимәлдә үтте, тине. Күтәрелгән мәсьәләләр нигеҙҙә дөйөм характер-ҙа, улар юлдар торошона, мәғарифҡа, медицина хеҙмәтләндереүенә ҡағыла, һәм улар хәл итеп булырлыҡ. Динир Әсғәт улы Мәсетле районындағы демография проблемаларына һәм ауыл хужалығын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүлергә саҡырҙы. Урындағы властың бурысы – халыҡ менән туранан-тура бәйләнештә булыу, һәр яҡлап ябай кешенең тормошо менән ҡыҙыҡһынып йәшәү, республика Башлығы Рөстәм Хәмитов өндәгәнсә, ябайыраҡ булыу.
Муниципаль район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин эштәре, граждандарға мәғлүмәт консультацияһы биргән өсөн бөтә күсмә төркөмгә рәхмәт әйтте, аралашыуҙың әлеге форматы граждандарҙың иң күп һанын һәм халыҡта килеп тыуған һорауҙарҙың киң даирәһен солғап алырға мөмкинлек биреүен билдәләне, ә был Мәсетле районына бары тик файҙаға ғына.