Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарҙың дәүләт хеҙмәттәренән файҙалана алыуы

Мәсетле районында психик ауырыуҙар буйынса өлкән халыҡ һәм балалар араһында инвалидлыҡты билдәләү һәм реабилитациялау саралары менән тәьмин итеү буйынса дәүләт хеҙмәттәрен РФ Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының Өфө ҡалаһындағы Баш-ҡортостан Республикаһы буйынса Баш медицина-социаль экспертиза бюроһының 14-се махсуслаштырылған психиатрия бюроһы белгестәре бойом-ға ашыра.

Эш РФ-ның 1995 йылдың 24 ноябрендәге 181-се Федераль законына, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 2015 йылдың 17 декабрендәге 1024-се бойороғона, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2018 йылдың 29 мартындағы үҙгәрештәре менән 2006 йылдың 20 февралендәге 95-се ҡарарына, медицина-социаль экспертиза үткәреү буйынса дәүләт хеҙмәттәре күр-һәтеүҙең Административ регламентына ярашлы уҙғарыла (РФ Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының 2014 йылдың 29 ғинуарындағы 59 н һанлы бойороғо).

Инвалид – ул йәшәү эшмәкәрлегенең сикләнеүенә һәм социаль ярҙамға мохтаж булыуына килтереүсе сирҙәр, травмалар эҙемтәләре, кәмселектәр арҡаһында организм функциялары ныҡ боҙолған кеше.

Кешене инвалид тип таныу өсөн нигеҙҙәр:

- сир, травма эҙемтәләре йәки кәмселектәр арҡаһында кешенең йәшәү эшмәкәрлегенең тотороҡло боҙолоуы;

- кешенең үҙен хеҙмәтләндереү, үҙ аллы йөрөү, юҫыҡ алыу, аралашыу, үҙ тәртибен контролдә тотоу, уҡыу йәки хеҙмәт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеү һәләтен йәки мөмкинлеген тулыһынса йәки өлөшләтә юғалтыуы;

- социаль ярҙамға мохтажлығы.

Бер генә факторҙың булыуы кешене инвалид тип таныу өсөн етерлек шарт түгел. Инвалидлыҡты билдәләү буйынса медицина-социаль экспертиза Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бойороғо (2015 йылдың 17 декабрендәге 1024-се) менән раҫланған классификациялар һәм критерий-ҙарға ярашлы һаулыҡ торошоноң ни дәрәжәлә боҙолоуы, тикшерелеүсенең клиник, социаль һәм психологик мәғлүмәттәрен анализлау нигеҙендә һаулыҡ торошон һәм йәшәү эшмәкәрлегенең ни дәрәжәлә сикләнеүен комплекслы баһалауҙан сығып бойомға ашырыла. Инвалидлыҡтың ниндәй төркөмөн билдәләү, инвалидлыҡ сәбәбен билдәләү, инвалидлыҡ ваҡытын билдәләү тикшерелеүсенең һаулығы ни дәрәжәлә боҙолоуын, социаль факторҙарҙы, социаль-һөнәри статусын комплекслы баһа- лауға бәйле.

Медицина-социаль экспертизаһы үткәргән ваҡытта кешенең социаль яҡтан етешлеге өсөн иң мөһим йәшәү эшмәкәрлеге категориялары баһалана. Уларға түбәндәге һәләттәр инә:

- үҙен үҙе хеҙмәтләндереү (үҙ аллы төп физиологик ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереү, көндәлек көнкүреш эшмәкәрлеген һәм шәхси гигиена күнекмәләрен үтәү һәләте);

- үҙ аллы хәрәкәт итеү (үҙ аллы бер урындан икенсе уры-ға күсеп йөрөү, ҡаршылыҡ- тарҙы үтеү, көнкүреш, ижтимағи, һөнәри эшмәкәрлек баш-ҡарғанда кәүҙә тигеҙлеген һаҡлап ҡалыу һәләте);

- йүнәлеш алыу (ваҡытты, урын-ерҙе билдәләй алыу һәләте);

- уҡыуға һәм хеҙмәт эшмәкәрлегенә (дөйөм белемде, һөнәри белемдәрҙе ҡабул итеү, ҡабатлау, күнекмәләр, оҫталыҡтарға эйә булыу, башҡарылыусы эш талаптарына ярашлы эшмәкәрлекте бойом-ға ашырыу һәләте);

- аралашыу (кешеләр араһында бәйләнеш булдырыу һәләте);

- үҙ тәртибен контролләү (үҙен аңлау һәм, социаль-хоҡуҡи нормаларҙы иҫәпкә алып, үҙен дөрөҫ тотоу һәләте).

Инвалидлыҡ билдәләре фаразланған ваҡытта граждан-дарға пациентты ҡараған һәм дауалаған табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк. Уҙғарылған дауалау, реабилитациялау сараларының һөҙөмтәһе булмаһа һәм инвалидлыҡ билдәләре асыҡланһа, табип-психиатр медицина-социаль бюроға йүнәлтмә бирә, медицина-социаль экспертиза бюроһында тикшереү датаһын һәм ваҡытын билдәләй.

Инвалидлыҡты билдәләү буйынса дөрөҫ ҡарар сығарыу өсөн тикшерелеүсенең исемлек буйынса кәрәкле бөтә документтарының, опекундың йәки сирле мәнфәғәтен күҙәтеүсе власть вәкиленең документтары, тикшерелеүсе тураһында дөрөҫ мәғлүмәттәрҙе сағылдырған документтарҙың (төп нөсхәләре һәм ксерокүсермәләре) булыуы мөһим.

Психик сирҙәрҙе иртә диагностикалау, белгес-табипта ҡаралып тороу, дауаланыу, медицина-социаль экспертизаға ваҡытында ебәрелеү социаль мәсьәләләрҙең ваҡытында хәл ителеүенә, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә реабилитация саралары уҙғарылыуға булышлыҡ итә. Дауалау, реабилитациялау саралары үткәреү йәшәү эшмәкәрлеге өлкәһен киңәйтеүгә, уның социаль статусын тергеҙеүгә, матди бойондороҡһоҙлоҡҡа ирешеүгә, организм функциялары ныҡлы боҙолоуҙарының юҡҡа сығарылыуына йәки компенсацияланыуына килтерә.

Беҙ, 14-се медицина-социаль экспертиза бюроһы белгестәре, республика райондары, ҡалаларының табип-психиатрҙары, коррекция мәктәптәре, реабилитация үҙәктәре хеҙмәткәрҙәре, райондар һәм ҡалаларҙың психологик-медик-педагогик комиссиялары менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.

Өс йыл (2015, 2016, 2017 йылдар) мәғлүмәттәрен анализлап, Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының район психиатры тарафынан медицина-социаль экспертизаға беренсе тапҡыр ебәрелеүсе сирлеләр һанының артыуын күрәбеҙ. Ебәрелгән сирлеләрҙең барыһы ла инвалид тип танылды, был экспертизаға ебәрелеүҙәрҙең нигеҙле булыуы һәм тикшерелеүсе сирлеләрҙең социаль ярҙамға мохтажлығы тураһында һөйләй.

Шулай итеп, сирҙе ваҡытында асыҡлағанда һәм медицина, реабилитация, шулай уҡ социаль ярҙам үҙ ваҡытында күрһәтелгәндә, беҙ граждандың йәмғиәттә яраҡлашыуында ыңғай һөҙөмтәләргә ирешәбеҙ, ә был – беҙҙең эшмәкәрлектең төп бурысы.

Сания РЫҪБАЕВА,

БР буйынса 14-се Баш медицина-социаль экспертиза бюроһының табип-психиатры-эксперты.