Бөтә яңылыҡтар

Район үҙәге скверы яңы төҫ аласаҡ

Әлеге йылдан “Берҙәм Рәсәй” партияһының “2018 – 2022 йылдарға Башҡорт-остан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы территорияһында заманса ҡала мөхите фор- малаштырыу” проектына ярашлы эштәр башланасаҡ.

Заманса ҡала мөхите формалаштырыу – ул муниципаль берәмектәрҙә халыҡҡа йәшәү өсөн уңайлыҡлы, хә-үефһеҙ һәм һәр кем ҡуллана алырлыҡ шарттар булды- рыуға йүнәлтелгән саралар комплексы.

Программаның маҡсаты – ихаталарҙы һәм кешеләр иң күп йөрөгән муниципаль территорияларҙы төҙөкләндереү ярҙамында граждан- дарҙың йәшәү эшмәкәрлеге уңайлылығы кимәлен күтәреү. 2018 йылда финанслау күләме – 5778, 5 мең һум, шул иҫәптән, федераль бюджеттан – 4828 мең һум, Баш-ҡортостан Республикаһы бюджетынан – 950, 5 мең һум.

Был программала иң беренселәрҙән булып Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк скверы ҡатнашасаҡ. Уны төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән средстволар күләме 4213, 45 мең һум, шул иҫәптән федераль бюджеттан 3520, 38 мең һум һәм республика бюджетынан 693, 07 мең һум тәшкил итәсәк.

Проектҡа ярашлы, сквер-ҙа тротуарҙарҙың асфальт-бетон ҡатламы, урам яҡтыртылышы, сәскә түтәлдәре һәм газондар, кәртәләр, балалар һәм спорт-уйын майҙансыҡтары, эскәмйәләр һәм сүп-сар һауыттары ремонт- ланасаҡ. Төҙөкләндереләсәк майҙан 5000 кв. м тәшкил итә.

8 июндә программа буйынса эштәрҙе башҡарыуға конкурс иғлан ителәсәк. Подрядсы 20 июндә билдәле булып, шунан һуң проект буйынса туранан-тура эштәр башланасаҡ.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.


Һүрәттә: “Берҙәм Рәсәй” партияһының “2018 – 2022 йылдарға Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районы муниципаль районы территорияһында заманса ҡала мөхите формалаштырыу” программаһы буйынса Оло Ыҡтамаҡтағы үҙәк скверҙы төҙөкләндереү дизайн-проекты.