Бөтә яңылыҡтар

Районда эшһеҙлек кимәле кәмене

Рәсәйҙең һәр бер гражданының түләүле хеҙмәткә хоҡуғы бар. Шулай ҙа, эшһеҙлек – йыш тарал-ған күренеш. Үҫешкән йәмғиәттең бурысы – эшкә урынлашмаған халыҡ процентын минимумға яҡынлаштырыу.

Эшһеҙлектән яҡлау көнөн беренсе тапҡыр дәүләт кимәлендә бындай күренештең ысынбарлығын танығандан һуң, 1992 йылдың 21 майында, үткәрәләр. Бер ниндәй ҙә указдар менән дата булдырылмаһа ла, ысынбарлыҡта ул бар. Был датаның маҡсаты – йәмәғәтселектең ҡыҙыҡһыныуын шул тиклем мөһим темаға йүнәлтеү.

Эшһеҙлек кимәлен кәметеү өсөн мәшғүллек дәүләт хеҙмәте ойошторолған. Беҙҙең районда Төньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәш-ғүллеге үҙәге бүлеге эшләй. Уның хеҙмәткәрҙәре консультация бирә, эшкә урынлашыуҙың иң ҡулайлы варианттарын һайлап алырға ярҙам итә һәм күп төрлө башҡа хеҙмәттәр күрһәтә.

Беҙҙең райондың иҡтисади актив халыҡ иҫәбе – 12108 кеше. Мәсетле районы мәшғүллек үҙәге бүлеге мәғлүмәттәре буйынса, 2018 йылдың 1 ғинуарына ҡарата эшһеҙлек кимәле 1,75 булды, 1 майға уның күрһәткесе 1,61-гә тиклем түбәнәйҙе. 1 майға көсөргәнеш – 1,4 (1 ғинуарға – 2,5).

Ошо йылдың апрель айында мәшғүллек үҙәге район бүлеге 125 кешене, мөрәжәғәт иткәндәрҙең 72,7 процентын эшкә урынлаштыр-ҙы. Дәғүә итеүселәр араһынан –50% ҡатын-ҡыҙ, 35,2% йәштәр тәшкил итә. 10,6%–пенсияға етеп килгән йәштәгеләр, 2,8%–ойошма бөтөрөлөү йәки хеҙмәткәрҙәр һанын кәметеү сәбәпле эшһеҙҙәр, 2,1%–һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр.

Эшһеҙлек буйынса иҫәптә тороуҙың уртаса оҙайлығы–4,6 ай.

Иң ныҡ талап ителгән һөнәрҙәр: парикмахерҙар, программистар, һатыусылар, шулай уҡ эшсе һө- нәрҙәр.