Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
9 Апрель 2018, 17:40

“Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” – “Берҙәм Рәсәй” партияһының өҫтөнлөклө проекты

“Заманса ҡала мөхитен формалаштырыу” федераль проекты “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы инициативаһы буйынса 2017 йылдан старт алды һәм 2022 йылға тиклем иҫәпләнгән.

Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 20 миллиард һум самаһы бүленгән. Унда ҡатнашыу Рәсәйҙең күп кенә муниципаль берәмектәре өсөн ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәрен башҡарыуҙа етди ярҙамға әйләнде.

Башҡортостан Республикаһы тураһында һөйләгәндә, төбәк финанслау күләме буйынса Рәсәй Федерацияһында өсөнсө урын биләй. Беҙҙән алда – Краснодар крайы һәм Ростов өлкәһе. Партия проектында халыҡ һаны меңдән ашыуыраҡ булған бөтә торама пункт- тар ҙа ҡатнаша аласаҡ.

Проект территорияны комплекслы үҫтереүгә, ихаталарҙы төҙөкләндереүгә, уңайлыҡлы күмәкләп ял итеү урындары булдырыуға йүнәлтелгән. Был мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә төп роль муниципаль программаларҙы әҙерләү һәм бойомға ашырыу мәсьәләләре буйынса йәмәғәт комиссияларына бирелә, улар үҙ торама пункттарында проектты бо- йомға ашырыуҙың ахырҙағы планына инәсәк объекттар исемлеге тураһында ҡарар ҡабул итергә тейеш.

Йәмәғәт тикшереүҙәре һөҙөмтәләрен иҫәпкә алып муниципалитет программаны раҫланы, шунан ҡыҙыҡһынған кешеләрҙең вәкилдәре менән муниципаль программаға индерелгән һәр бер ихата территорияһын төҙөкләндереүҙең дизайн-проекттарын, шулай уҡ йәмәғәт территорияһын төҙөкләндереү дизайн-проекттарын әҙерләне һәм раҫланы.

Мәсетле районында программала дүрт торама пункт: дөйөм халыҡ һаны 11307 кеше булған Оло Ыҡтамаҡ, Яңы Мөслим, Оло Аҡа һәм Әләгәҙ ауылдары ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Оло Ыҡтамаҡ ауылында үҙәк майҙан, “Атлант” стадионы территорияһы, Оло Аҡа һәм Әләгәҙ ауылдарында ауыл клубтары тирәләй территориялар, Яңы Мөслим ауылында Еңеү паркы төҙөкләндереләсәк. Халыҡ һаны 2769 кеше булған 55 күп фатирлы йорт инәсәк, дөйөм майҙаны 140 мең кв. м тәшкил иткән 21 ихата территорияһын төҙөкләндереү планлаштырыла.

2018 йылда йорт яны территорияларын төҙөкләндереү буйынса эштәр Әләгәҙ ауылында планлаштырылған, ул Совет урамының 1-се һәм 2-се өйҙәренә ҡағыласаҡ, ә йәмәғәт территорияларын төҙөкләндереү: Оло Ыҡтамаҡ ауылында – үҙәк майҙан, Яңы Мөслим ауылында – Еңеү паркы. 2018 йылға бүленгән финанс средстволарының дөйөм күләме федераль бюджеттан 4828 мең һум һәм республика бюджетынан 950,5 мең һум тәшкил итә.

2018 йылдан башлап проектҡа Башҡортостандың халыҡ һаны меңдән артҡан бөтә торама пункттары ла ҡушыласаҡ, ә был – республиканың 240-лап ҡалаһы, ҡала биләмәләре һәм ауылдары. яҡын йылдарҙа уларҙа йәшәү күпкә уңайлыраҡ буласаҡ.


Зилә РӘХИМҠОЛОВА,

“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының урындағы

башҡарма комитеты етәксеһе.