Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
6 Февраль 2018, 12:03

Төҙөлөштәр бара, яңы йорттар ҡалҡа

Башҡортостандың йөҙ йыллыҡ юбилейы айҡанлы яңынан-яңы объекттар төҙөлә Дәүләттең һәм йәмғиәттең иң мөһим бурыстарының береһе — халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу. Беҙҙең республикала был эш даими алып барыла. Башҡортостанда 2017 йыл дауамында сафҡа ингән ҡайһы бер яңы объекттар һәм 2018 йылда тапшырылырға тейешле төҙөлөштәр тураһында һөйләп үтмәксебеҙ.

Рөстәм ХӘМИТОВ, Башҡортостан Республикаһы Башлығы:

— Мәктәптәр, балалар баҡсалары, башҡа социаль объекттар төҙөү дауам итәсәк. Аcыҡлап әйткәндә, беҙ бөтәбеҙ ҙә йәшәү кимәле һәр йәһәттән яҡшырһын өсөн эшләйбеҙ... 2018 йылда сәнәғәт тармағында яңы төҙөлөштәр башланыр, тип өмөтләнәм. Әлеге ваҡытта бер нисә ҙур объект төҙөү күҙаллана.



Төбәгебеҙҙә яңы сәнәғәт объекттары төҙөлә, булғандары үҙгәртеп ҡорола, шуға бәйле өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килә. Заманса социаль әһәмиәтле объекттар — балалар баҡсалары, мәктәптәр, дауаханалар, поликлиникалар ҡалҡып сыға. Транспорт инфраструктураһы үҫешә, юлдар, күперҙәр, юл үткәлдәре сафҡа инә — былар барыһы ла республика райондарының социаль-иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә. Төбәк өсөн айырыуса әһәмиәтле объекттар республиканың 2019 йылда билдәләнәсәк 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан төҙөлә.

Социаль объекттар

Йөҙ йыллыҡ юбилейға төбәгебеҙҙә 106 объект сафҡа инәсәк һәм төҙөкләндереләсәк. Улар иҫәбендә — 18 балалар баҡсаһы, 17 мәктәп, 7 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 5 мәҙәниәт йорто, 4 бассейн, 4 боҙ майҙансығы һәм башҡалар.

БР Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2017 йылда Өфөнөң Дим һәм Колгуев биҫтәләрендә яңы мәктәптәр, Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында мәктәп-интернатҡа төкөтмә, Өфө районының Нуғай ауылында башланғыс мәктәп, республика райондарында алты балалар баҡсаһы сафҡа ингән.

Быйыл тағы ла 21 объект төҙөү һәм төҙөкләндереү планға алынған. «Юбилей» төҙөлөштәренең иң эреләре — Стәрлетамаҡта 1225 уҡыусыға, Баҡалы ауылында 825 уҡыусыға иҫәпләнгән мәктәптәр.

Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҡағылышлы иң мөһим объекттарҙың береһе — Республика клиник онкология диспансерының яңы корпусы. Өфөләге был төҙөлөш 2017 йылда башланғайны. Ул үҙ эсенә 250 койка-урынлыҡ бүлексәне һәм бер сменала 450 пациент ҡабул итеүгә иҫәпләнгән поликлиниканы берләштерә. Объекттың проект хаҡы — 1,7 млрд һум. Яңы корпусты 2019 йыл аҙағы — 2020 йыл башында сафҡа индереү күҙаллана.

Яҡын арала кардиология диспансеры ла яңы корпуслы буласаҡ.

— Бында һүҙ кардиология диспансерын үҙгәртеп ҡороуға бәйле ҙур төҙөлөш хаҡында бара, — тип һөйләне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. — Ул — 6,5 миллиард һумға торошло бик ҡиммәтле объект, шуның 2,5 миллиард һумы — капиталь төҙөлөшкә, ә ҡалған 4 миллиарды кардиологияға ҡағылышлы барлыҡ һорауҙарҙы хәл итәсәк заманса, юғары технологиялы ҡорамалдар алыуға йүнәлтеләсәк.

Башҡа объекттар араһынан төбәк етәксеһе райондарҙағы балалар поликлиникаларын айырып билдәләп үтте.

— Беҙ Дүртөйлөлә, Туймазыла яңы балалар поликлиникалары төҙөргә иҫәп тотабыҙ. Һис шикһеҙ, мәктәптәр, балалар баҡсалары, башҡа социаль объекттар төҙөү дауам итәсәк. Аныҡлап әйткәндә, беҙ бөтәбеҙ ҙә йәшәү кимәле һәр йәһәттән яҡшырһын өсөн эшләйбеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Транспорт тармағы

2016 йылдың көҙөндә Ҡариҙел районы биләмәһендә Бөрө — Таштүбә — Һатҡы автомобиль юлы участкаһы һәм Ҡариҙел йылғаһы аша күпер төҙөлә башлағайны. 60 км оҙонлоғондағы юлдың сығымы 4 миллиард һум менән иҫәпләнә. Трассаны 2019 йылда республиканың 100 йыллығы алдынан, ә күперҙе ағымдағы йыл аҙағында сафҡа индерергә иҫәп тоталар. Был юл ауыл-ҡасабалар араһындағы транспорт бәйләнешен яҡшыртасаҡ, М-5 федераль трассаһындағы көсөргәнеште кәметәсәк һәм, ғөмүмән, Башҡортостандың төньяҡ-көнсығыш райондары үҫешенә булышлыҡ итәсәк.

— Әлеге проект республика өсөн генә түгел, тотош илдең транспорт системаһы өсөн бик әһәмиәтле, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Уны беҙ республика аҡсаһына төҙөйбөҙ. Бөтә финанс иҫәп-хисаптар теүәл башҡарылған, аҡса етә, бер ниндәй ҙә аңлашылмаусанлыҡтар булмаясаҡ.

Республиканың баш ҡалаһы халҡы һорауы буйынса тағы ла бер ҙур юл төҙөлөшө башланып тора. Тимашев тимер юлы киҫелешендә иртәнге һәм киске сәғәттәрҙә автомобиль тығындары барлыҡҡа килә. Өҫтәүенә был трасса менән зыяратҡа йөрөүселәр һәм нефть заводтары ҡуллана, шуға күрә юл үткәле күптән кәрәк ине.

Объект әлеге мәлдәге транспорт ағымына иҫәпләнгән, ти төҙөүселәр. Шулай итеп, быйылғы йылдың дүртенсе кварталында Өфө ҡалаһы, Тимашево, Турбаслы ҡасабалары халҡы яңы юл үткәленә эйә буласаҡ, һәм ул тығындарға бәйле хәлде яйлар, тип көтөлә. Киләсәктә был урында тағы бер күпер төҙөү күҙаллана.

Тимашеволағы юл үткәле республика бюджеты һәм «Башнефть» компанияһы тарафынан Социаль маҡсатлы программалар фондына күсерелгән хәйриә иғәнәләре иҫәбенә сафҡа инәсәк.

Бынан тыш, республиканың көньяғында — Бөрө ҡалаһын урап үтеүсе юлда, Стәрлетамаҡ — Ҡағы — Магнитогорск трассаһында һәм башҡа урындарҙа күләмле төҙөлөштәр алып барыласаҡ.

Сәнәғәт объекттары

Башҡортостан үҫешкән нефть эшкәртеү һәм газ сәнәғәте объекттарына эйә. Төбәк производствоһына иң ҙур өлөш индереүсе сәнәғәт гиганттары булып «Газпром» һәм «Роснефть» компаниялары һанала.

Мәҫәлән, республика биләмәһендәге һуңғы проекттарына «Газпром» һәм «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәттәре 100 млрд һумдан ашыу аҡса һалды. Яңы производстволар, энергетика объекттары барлыҡҡа килде. Атап әйткәндә, 2017 йылда Салауатта акрил етештереү яйға һалынды. Әлегә акрил кислотаһы экспорт өсөн генә етештерелә, әммә предприятие ярайһы уҡ яҡшы табыш ала. Киләсәктә төҙөлөштө тағы ла киңәйтеп, әҙер продукция — дымға бирешмәүсе материалдар, акрил буяуҙар сығарыу күҙаллана. Был эште тормошҡа ашырыуға өс-биш йыл ваҡыт кәрәк буласаҡ.

Былтырғы Экология йылында «Башнефть» үҙенең бер нисә заводы өсөн 12 млрд һумға торошло заманса таҙартыу ҡоролмалары алды. Бында һүҙ Рәсәй Федерацияһында тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға йүнәлтелгән иң ҙур проект — «Өфөнефтехим» предприятиеһында яңы биологик таҙартыу ҡоролмаларын эшкә ебәреү тураһында бара.

Бынан бер нисә йыл элек Австрияның «Кроношпан» компанияһы республикала яңы предприятиены сафҡа индерҙе. Урман эшкәртеүгә йүнәлтелгән тармаҡтың тәүге сиратын төҙөүгә 200 млн евро аҡса китте. Әлеге мәлдә икенсе сират төҙөлә, уның да хаҡы шулай уҡ. Тағы ла өсөнсөһө буласаҡ. Һөҙөмтәлә урман әҙерләүсе яңы компаниялар, өҫтәмә эш урындары барлыҡҡа килде.

2017 йыл һөҙөмтәләре буйынса республикала 45 млрд һумға торошло һигеҙ объект төҙөп тапшырылған, уларҙа өс мең эш урыны булдырылған. Улар араһында — «Акрил-Салауат» йәмғиәтенең акрил кислотаһы етештереү өсөн ҡорамалдар төҙөү, Стәрлетамаҡ нефть химияһы заводының авиация бензины етештереү, «ОЗНА» предприятиеһының яңы төр продукцияларҙы үҙләштереү маҡсатында нефть-газ производствоһын үҙгәртеп ҡороу, «Өфө ҡалаһы һөт заводы»ның һөт эшкәртеү буйынса объекттары, «Алексеевский» совхозының яңы ҡоролмалары, Күмертау май экстракция заводы бар. Май экстракция заводы өҫтөнлөклө инвестицион проект һанала, уны «Сигма Холдинг идара компанияһы» тормошҡа ашыра. Инвестицияларҙың дөйөм күләме — 6 млрд һумдан ашыу. Яңы проект әле үк 600 самаһы кешене эш менән тәьмин итте.

Тағы ла нимәләр төҙөү күҙаллана

ШОС һәм БРИКС саммиттары үткәндән һуң республикабыҙ менән Ҡытай араһында эшлекле бәйләнештәр әүҙемләште. 2018 йылда ҠХР менән берлектә ике-өс объект төҙөлөшөн башларға иҫәп тотола. Инвестиция күләме яҡынса 150-180 млн доллар тәшкил итә. Шуларҙың береһе — цемент заводы. Шулай уҡ республика предприятиеларының береһендә Ҡытай тракторҙарын йыйырға әҙерләнәләр. Тағы ла бер уртаҡ проект — металл һыныҡтарын эшкәртеп, яңы продукция етештерәсәк бәләкәй металлургия заводы.

Lasselsberger Австрия компанияһы ҡоро төҙөлөш ҡатнашмалары һәм медицина сәнәғәте өсөн аҡ цемент заводы етештереүгә тотонмаҡсы. Был предприятиеға һалынасаҡ инвестиция күләме 220 млн евроға тиң.

Февраль-март айҙарында республикала электр энергияһы һәм йылылыҡ етештерәсәк ҡеүәтле ТЭЦ сафҡа инәсәк. «Интер РАО» Рәсәй энергетик компанияһы төҙөгән объекттың хаҡы яҡынса 22 млрд һум тәшкил итә.

Быларҙан тыш, 2018 йылда 48,4 млрд һумға торошло 11 өҫтөнлөклө проектты тамамлау бурысы тора, һөҙөмтәлә мең ярым самаһы эш урыны барлыҡҡа киләсәк. Улар — «Рус игене» компаниялар төркөмөнөң бройлер етештереү предприятиеһын реконструкциялау, «Газпром нефтехим Салауат» йәмғиәтенең каталитик крекинг комплексын булдырыу, «Башнефть» йәмғиәтенең биологик таҙартыу ҡоролмаларын үҙгәртеп ҡороу буйынса проекттары.

Шулай уҡ быйыл Өфө аэропортының эске һауа юлдары аэровокзал комплексын төҙөкләндереү буйынса эштәр башланасаҡ. Һөҙөмтәлә беҙҙең авиация селтәренең хеҙмәтләндереү мөмкинлеге ике тапҡырға артып, әлеге ваҡыттағы сәғәтенә 600 кеше урынына 1200 пассажир тәшкил итәсәк.