Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
29 Ғинуар 2018, 17:18

Депутат менән осрашыу һөҙөмтәле үтте

Район Мәҙәниәт һарайында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Валентин Павлов райондың ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм ауыл старосталары менән осрашты.


Старосталар ауыл халҡының мәнфәғәттәрен яҡлай.


Осрашыуҙа район Хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин, Мәсетле районы Советы секретары Альберт Сәғҙәтов, Хакимиәт башлығының төҙөлөш, иҡтисади үҫеш һәм йәшәйеште тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Азамат Ҡәләмов ҡатнашты.

Йыйылғандар формаль булмаған хәл-шарттарҙа башлыҡтарҙы һәм старосталарҙы күптән борсоған проблемалар һәм мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Мәсетле – ауыл хужалығы районы, шуға күрә төп мәсьәләләр нәҡ ошо тармаҡҡа ҡағылды. Староста-ларҙы дәүләттең ни өсөн ауыл хужалығы продукцияһына хаҡтарҙы контролдә тотмауы ҡыҙыҡһындыра. Һатып алыу хаҡтарының түбән булыуы арҡаһында ябай фермерҙар интегә. Бөгөн, илде сифатлы һәм экологик таҙа продукция менән тик үҙебеҙҙә етештереү генә тәьмин итә алғанда, аграрийҙарға дәүләт ярҙамы кәрәк. Тик шулай ғына улар эштәрен уңышлы алып бара һәм сит илдән индерелгән тауарҙар менән конкуренцияға ҡаршы тора аласаҡ.

шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙан артыҡ продукцияны ҡабул итерлек әҙерләүҙәр контораһы кеүек ҡабул итеү пункттары эшен тергеҙеү ҙур ярҙам булыр ине.

Хужалыҡтарҙа үҫтерелгән картуф сорттарын яҡшыртыу тураһында ла уйлар-ға кәрәк. Бының өсөн маҡсатлы эш алып барырға һәм был эшкә тотонорлоҡ әүҙем, тырыш кешеләр кәрәк. Район Хакимиәте ундайҙарға ярҙам итергә әҙер.

Малдарҙы һатыу өсөн ихаталарҙа һуйыуҙы тыйыу тураһындағы яңы закон фермерҙарға ныҡ ҡына ҡыйынлыҡ тыуҙырҙы. Малды һуйыу цехына алып барырға кәрәк, был ярайһы уҡ сығымдар талап итә. Бер нисә тапҡыр инде әйтелгәнсә, күп мәсьәләләрҙе, шул иҫәптән, әлеге проблеманы ла хәл итергә кооператив төҙөү ярҙам итәсәк. Берләшеп, ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр сығымдарын кәметәсәк һәм үҙ продукцияларын һатыуҙың отошло каналдарын табасаҡ.

Бынан тыш, талап ителмәгән пай участкалары, ауылда медицина хеҙмәткәрҙәренең етешмәүе, район халҡына бүленгән урман лимитын арттырыу кәрәклеге һәм баш-ҡалар хаҡында һөйләштеләр. Валентин Николаевич һәр бер һорауҙы яҙып алды, уларҙың ҡайһы берҙәре буйынса тейешле инстанцияларға депутат запростары ебәреләсәк. Бер проблема ла иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.