Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
22 Ғинуар 2018, 16:49

Балаларҙы һөйөндөрөп

Кесе Ыҡтамаҡ ауылының “Дюймовочка” балалар баҡсаһы ремонтланған мәктәп бинаһына күсте.

Күсеү тураһындағы мәсьәлә урындағы башланғыс-тарға ярҙам итеү программаһында ҡатнашыуҙы тикшергән ваҡытта граждандар йыйылышында күтәрелә. Тауыш биреү юлы менән иң беренсе балалар баҡсаһын мәктәп бинаһына күсерергә ҡарар ителә, сөнки иҫке бина ихтыяждарға һәм санитария нормаларына тап килмәй ине.

Мейес яғып йылытылған балалар баҡсаһының иҫке ағас бинаһында кер йыуыу бүлмәһе һәм кухня өсөн майҙан етмәй, балалар сираты бар ине. Балалар баҡсаһының ҙур мәктәп бинаһына күсеүе бөтә ошо проблемаларҙы хәл итергә мөмкинлек бирҙе.

“Дюймовочка” балалар баҡсаһы мөдире һәм инициатива төркөмө Регина Ниғмәтуллина һүҙҙәренсә, проект тураһындағы мәғлүмәтте таратыу буйынса ҙур эш башҡарылған. Бының өсөн мөмкин булған сара-ларҙың барыһын да ҡуллан-ғандар: урындағы баҫма һәм телевидение, хакимиәт эргәһендә урынлаштырылған иғландар стенды, хәйриә акциялары, интернетта сайттар асылған.

649 мең һумға смета төҙөлгән. Программа буйынса республика бюджеты 459 мең һум, урындағы бюджет 87 мең һум бүлә, халыҡтан 63 мең һум йыялар, бағыусылар 36,700 һум индергән.

Аҡса йыйыу эшен тамамлағандан һуң, белгестәр – “Дуванстрой” йәмғиәте подрядсылары эшкә тотона. Улар иҫке ағас тәҙрәләрҙе пластикка алмаштыра, һыу һәм канализация коммуникацияларын үткәрә, коридорҙы бүлә, янғын осрағында сығыу өсөн башы ябыл-ған күтәрмә эшләй, электр үткәргестәрен алмаштыра, яңы ишектәр, унитаздар, раковиналар, вентиляция, һыу йылытҡыстар ҡуя.

Эштәрҙе тамамларға ата-әсәләр һәм балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре ярҙам итә. Улар, ваҡыттарын һәм көстәрен йәлләмәй, төркөмдәр бүлмәләрен һәм кабинеттар-ҙы тәртипкә килтерә: стеналарҙы буята, ағарта, бөтә ерҙе йыуып таҙартып, мебелдәрҙе һәм уйынсыҡтар-ҙы күсерә.

Мәктәпкәсә учреждениела йәмле һәм иркен, ә иң мөһиме – йылы булып китә. Янғын хәүефһеҙлегенең бөтә нормалары һәм санитария талаптары үтәлә.

Балалар баҡсаһының ике төркөмөнә 40 бала йөрөй. Учреждение штатында – һигеҙ кеше, шул иҫәптән өс тәрбиәсе һәм уларҙың ике ярҙамсыһы.

Бөгөн бәләкәс ҡыҙҙар һәм малайҙар бөтөнләй баш-ҡа шарттарҙа шөғөлләнә, уйнай һәм йоҡлай. Ә был – әлеге ремонтта туранан-тура ҡатнашҡандарҙың барыһы өсөн дә ҙур ҡыуаныс.


Һүрәттә: Регина Ниғмәтуллина тәрбиәләнеүселәре менән.
Айгөл ШӘРӘПОВА.