Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
27 Ноябрь 2017, 02:00

Йәрминкәләр гөрләй шәмбе һайын

Районда ауыл хужалығы йәрминкәһе аҙна һайын үткәрелә һәм был яҡшы традицияға әүерелде. Мәсетлеләр бында ҡулайлы хаҡтар менән сифатлы аҙыҡ-түлек һатып алыу мөмкинлегенә эйә булһа, фермерҙар үҙ продукттарын тәҡдим итә ала.

Район халҡы өсөн шәмбе һайын үткәрелгән йәрминкә, ҙур булмаған байрам, тип әйтергә лә була. Был көндө район үҙәгендә таныштарҙы осратыр-ға, кейем-һалым, аҙыҡ-түлек һатып алырға мөмкин.

Бында ауыл хужалығы продукцияһының сифаты өсөн шик тыумай. Ит, һөт, бал һәм башҡа тауарҙар сертификатҡа эйә. Бынан тыш, һатыулашыу ҙа урынлы. Һатып алыусылар-ҙы шулай уҡ киң ассортимент йәлеп итә.

Бында Мәсетле генә түгел, ә күрше район һәм өлкә һатыу-сылары ла килә. Йәрминкәлә конкуренция көслө. Һатыусыларҙың күбеһе йәрминкәгә бер нисә йыл дауамында килә. Бына нимә ти улар.

Зиннур Мөхәмәтйәнов, Көршәле ауылы:

– Йәрминкәлә үҙемдең хужалыҡтан алынған бал менән һатыу итәм. Халыҡ ҡыҙыҡһына, һатып ала. Һатыу төрлөсә бара.

Әсләм Хафизов, “Батыр” ЯСЙ-һы етәксеһе:

– Һатыуға килгәндә инде ул төрлө була. Ҡайһы саҡ халыҡ иртәнән башлап әүҙем. һыйыр, һарыҡ ите, үҙебеҙ етештергән колбаса яҡшы үтә, ә ҡайһы ваҡыт улай түгел.

“Колесница” ЯСЙ-һы, Ҡырмыҫҡалы ауылы:

– Бындай йәрминкәләр беҙҙә лә үтә. Һеҙҙең районға беҙ ете йыл дауамында киләбеҙ, даими һатып алыусыларыбыҙ бар. Аҡ һәм һары май, сырҙар, колбаса изделиелары, ыҫланған ашамлыҡтар, шулай уҡ туңдырылған ит менән сауҙа итәбеҙ.

Марина Королева, шәхси эшҡыуар, Силәбе өлкәһе, Катав-Ивановск ҡалаһы:

– Бына инде өс йыл дауамында аҙна һайын йәрминкәлә һатыу итәбеҙ. Йома – Яңы Балаҡатайҙа, шәмбе – Оло Ыҡтамаҡта. Беҙ тәм-том ашамлыҡтар менән сауҙа итәбеҙ, халыҡ яҡшы ала. Йөрөүе йырағыраҡ, әлбиттә, ләкин һатыу бик яҡшы бара, шуға күрә был яҡтарға ҡыуанып киләбеҙ.

Крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары ғына түгел, ә ауыл халҡы ла үҙҙәренең ярҙамсы хужалыҡтарынан алған һөт, ҡаймаҡ, май менән һатыу итә.

Оҫталар ҙа ситтә ҡалмаған: берәүҙәр – носки-бейәләйҙәр, икенселәр – ҡалаҡ, кухня таҡтаһы, декоратив һын кеүек ағастан эшләнгән изделиелар, өсөнсөләр кәрзиндәр тәҡдим итә.

Шунда уҡ йомшаҡ мебелгә – кресло һәм дивандарға заказ бирергә мөмкин.

Ҡыҫҡаһы, шәмбе йәрминкәһендә күңелең теләгән бөтә нәмәне һатып алырға мөмкин.

Йәрминкәлә хаҡтар (бер килограмм өсөн):

һыйыр ите – 250-300 һум;

сусҡа ите – 220-300 һум;

һарыҡ ите – 280-300 һум;

ҡаҙ ите – 350-400 һум;

туңдырылған тауыҡ ите –120 һумдан алып;

бал – 500 һумдан алып.

һары май – 1,5 литры 800 һумдан алып;

ауыл һөтө – 1,5 литры 60 һумдан алып;

йомортҡа – бер данаһы 8 һумдан алып.

Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.