Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
16 Ноябрь 2017, 02:00

Яҡташыбыҙ РФ Дәүләт Думаһы депутаты ярҙамсыһы булды

Флүр Дусмөхәмәтов 4-се Благовещен бер мандатлы һайлау округы буйынса Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылыш етенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутатының йәмәғәт башлан-ғыстарында ярҙамсыһы таныҡлығы алды.Флүр Азат улы әүҙем тормош позицияһы менән айырылып тора. Яҡташыбыҙ Мәсетле районы тормошона битараф түгел. Бына күп йылдар инде тыуған яғының проблемаларын хәл итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Яңы статуста эшләү уға мәсетлеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреү эшенә тағы ла ҙурыраҡ өлөш индерергә мөмкинлек бирәсәгенә депутат ярҙамсыһы ныҡлы ышана. БЕЛЕШМӘ Флүр Азат улы Дусмөхәмәтов 1986 йылда Оло Ыҡтамаҡ ауылында тыуған. Оло Ыҡтамаҡ лицейын, БДУ-ның тарих факультетын, БДУ ҡарамағындағы Башҡортостан эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге академияһының “Дәүләт һәм муниципаль идара” факультетын тамамлаған. Тарих фәндәре кандидаты.Хеҙмәт юлын 2009 йылда БР Фәндәр академияһының Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында лаборант-тикшеренеүсе вазифаһында башлаған. Башҡортостан Республикаһы Гуманитар тикшеренеүҙәр институтында кесе ғилми хеҙмәткәр булып эшләгән.Әлеге ваҡытта –Башҡортостан кооперация институтында гуманитар һәм тәбиғи дисциплиналар кафедраһы доценты, шулай уҡ БР буйынса “Мигрант” Төбәк эш биреүселәр һәм сит ил граждандары хоҡуҡтарын һәм законлы мәнфәғәттәрен яҡлау йәмәғәт ойошмаһы рәйесе урынбаҫары.20-нән ашыу хеҙмәте баҫылып сыҡҡан, улар халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк ғилми-ғәмәли конференциялар дипломдары һәм грамоталары менән билдәләнгән.“Рәсәй кооперация хәрәкәтенең йәш лидеры” күкрәккә тағыла торған билдәһе менән бүләкләнгән, уҡыуҙағы һәм ғилми-тикшеренеү эшендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн (2009-2010, 2012-2013 йй.) БР Президенты, РФ халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты Президиумы стипендиаты (2009-2010 йй.).Ҡышҡы полиатлон буйынса спорт мастерлығына кандидат.Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНАәҙерләне.