Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
2 Ноябрь 2017, 02:00

Район үҙәгендә “ЭСКБ”-ның яңы участкаһы асылды

Оло Ыҡтамаҡ ауылында “Баш-ҡортостандың энергия һатыу компанияһы” (ЭСКБ) ЯСЙ-һы республиканың төньяҡ-көнсығышын хеҙмәтләндереү буйынса үҙәк территориаль бүлексәнең Мәсетле-Балаҡатай клиенттар офисы үҙ эшен башланы. Юлиә КРЮЧКОВА. Офисты асыу тантанаһында район Хакимиәте башлығының финанс мәсьәләләр буйынса урынбаҫары – финанс идаралыҡ начальнигы Айҙар Әхмәтшин, “ЭСКБ” йәмғиәте генераль директорының электр энергияһын һатыу һәм ҡеүәт буйынса урынбаҫары Евгений Палицын, Төньяҡ-Көнсығыш зонаны хеҙмәтләндереү буйынса үҙәк территориаль бүлексә директоры Александр Фомиченко, уның урынбаҫары Павел Мещевцев һәм Мәсетле-Балаҡатай клиенттар офисы начальнигы Венер Мусин ҡатнашты. Яңы офистар ҡулланыусыларҙы хеҙмәтләндереүҙең берҙәм стандартын индереү сәбәпле асыла. Ул күр-һәтеләсәк хеҙмәттәр сифатын арттырыуға йүнәлтелгән. Элек участка Мәсетле РЭС-ы бинаһында ине. Быйыл Хакимиәт офис төҙөү өсөн “ЭСКБ” ЯСЙ-һы өсөн Сәнәғәт урамында мәсеттән йыраҡ түгел участка бүлде, ә компания йыл һуңында ауыл халҡына бүләк эшләне.Яңы офис хеҙмәтләндереүҙең бөтә стандарттарына һәм заманса талаптарға тура килә. Ҡулланыусылар һәм персонал өсөн яңы шарттар булдырылған: операциялар башҡарыу өсөн уңайлы зал йыһазландырылған, электрон сират алыу өсөн терминал ҡуйыу планлаштырыла. Бында ҡулланыусылар компанияның энергия һатыу эшмәкәрлегенә ҡағылышлы бөтә һорауҙарға яуап алыу, иҫәп прибор-ҙары күрһәтмәләренең дөрөҫлөгөн тикшереү, иҫәп-хисап документтарын алыу, килешеүҙәр төҙөү мөмкинлегенә эйә.