Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
30 Октябрь 2017, 02:00

Рейд килеп төштө

Районда “Халыҡ контроле” партия проектына ярашлы рейд үтте. Партия проекты координаторы Гөлнур Ҡолһарина етәкселегендәге “Халыҡ кон-троле” партия проектының төбәк штабы ағзалары Мәсетле районы штабы ағзалары, йәш гвардеецтар менән берлектә “Тыныслыҡ” сауҙа магазинында булды, шулай уҡ үҙәк район дауаханаһы ашханаһын тикшереп сыҡты. “Тыныслыҡ” магазинында аҙыҡ-түлектең киң ассортименты матур, бөхтә итеп теҙеп ҡуйылған. Тауарҙар күршелеге лә иҫәпкә алынған, стеллаждарҙағы һәр тауарҙың тәғәйен үҙ урыны бар. Һа- тыусылар һәр ваҡыт ихтирамлы, мөләйем. Барыһы ла яҡшы кеүек, ләкин магазинда булыу тәьҫораты бер ни тиклем боҙолдо. Мониторинг барышында йәшелсәләр прилавкаларында беҙ серей төшкән мандариндар, боростар һәм яраҡлылыҡ ваҡыттары сыҡҡан балыҡ изделиеларын күрҙек. Был хаҡта кисекмәҫтән сауҙа магазины администраторына хәбәр ителде. Боҙолған бөтә продукттар ҙа һатыуҙан алынды. Контро-лерҙарға бындай хәл башҡаса ҡабатланмаясаҡ, тип һүҙ бирҙеләр. Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 31 октябрендәге 87-се һанында уҡығыҙ.