Мәсетле тормошо
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
16 Октябрь 2017, 02:00
Автодром яңынан асылды
Автомәктәптә уҡыған ваҡытта автомобиль йөрөтөү мотлаҡ дәрестәрҙең береһе булып тора. Тик ошонда ғына буласаҡ водитель йөрөтөүҙең бөтә практик күнекмәләрен үҙләштерә аласаҡ. Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы филиалы автомәктәбенең үҙ автодромы оҙаҡ ваҡыт эшләмәй торҙо. 2016 йылдың 1 сентябренән имтихандар ҡабул итеүҙең яңы ҡағиҙәләрен индереү менән бәйле, автодромдың ҙурлығы талаптарға тап килмәй ине. Шуға күрә “В” категорияһына уҡыған буласаҡ водителдәргә, оҙон сираттар көтөп, ДОСААФ автомәктәбе автодромында имтихан тоторға, ә “С” категорияһына тапшырыр өсөн бөтөнләй икенсе райондарға йөрөргә тура килә ине. Ниһайәт, оҙаҡ ваҡыт буш тор-ғандан һуң, Дыуан колледжы ав-томәктәбе майҙансығын ҙурайттылар һәм ремонтланылар: асфальт түшәнеләр, тамғалар төшөрөп сыҡтылар, кәрәкле ҡорамалдар, билдәләр урынлаштырҙылар, яҡтырт-ҡыстар ҡуйыу буйынса эштәр бара, ул тәүлектең ҡараңғы мәлендә автомобиль йөрөтөргә өйрәтеү буйынса шөғөлләнергә мөмкинлек бирәсәк. Хәҙер яңыртылған автодром “В” һәм “С” категорияларына имтихан тапшырыу өсөн ҡайтанан район студенттарын ҡаршыларға әҙер. Дыуан күп профилле колледжының Оло Ыҡтамаҡ ауылы филиалы мөдире Рөстәм Дистанов сифатлы һәм оператив эштәре өсөн Мәсетле юл ремонт-төҙөлөш идаралығына оло рәхмәт белдерҙе. Юлиә ҒАТАУЛЛИНА.
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы