Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
9 Октябрь 2017, 02:00

Һөнәр һайлау – киләсәкте һайлау ул

5 октябрҙә Дыуан районының Дыуан ауылында Күп профилле колледж базаһында “Һөнәр һайлау – киләсәкте һайлау ул” тип исемләнгән республика мәғлүмәт акцияһы үтте. Юлиә КРЮЧКОВА. Сараны ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Дыуан районы Хакимиәте һәм мәшғүллек үҙәге. Акцияла район хакимиәттәре вәкилдәре, Баш-ҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, БР-ҙың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, райондарҙың эре предприятиелары, эшҡыуарлыҡ берекмәләре вәкилдәре, төньяҡ-көнсығыш райондарының мәшғүллек үҙәктәре директорҙары, мәктәп, һөнәри белем биреү ойошмалары етәкселәре, белгестәр ҡатнашты... Мәҡәләнең тулы версияһын гәзиттең 2017 йылдың 10 октябрендәге 81-се һанында уҡығыҙ.