Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
25 Сентябрь 2017, 02:00

Пенсия грамоталылығы көнө

Ошо көндәрҙә РФ Пенсия фондының Мәсетле районы идаралығында район уҡыусылары булды. Пенсия грамоталылығы көнө тәүге йыл үткәрелмәй. Ул пенсия мәҙәниәте нигеҙҙәренә эйә булырға һәм йәштәрҙә киләсәге өсөн шәхси яуаплылыҡ формалаштырырға саҡыра. Нәркәс Әхмәтйәнова. Экскурсия барышында егет һәм ҡыҙҙар һәр кабинеттың эше менән танышты, артабан Мәсетле Пенсия фондының Мәсетле районы буйынса идарасыһы Эдуард Бәҙретдинов менән әңгәмәләште. Ул пенсия учреждениеһы эше менән таныштырыуҙы тарихтан башланы. Егет һәм ҡыҙҙар ата-әсәләренең, олатай-өләсәйҙәренең пенсияһы нисек формалашыуын, фондтың бөгөнгө бурыстарын белде. Уҡыусылар дәүләт пенсия программаһы тураһында ла тыңланы. Бөгөн яңы пенсия формулаһына ҡағылышлы һорауҙар күп, шуға күрә Эдуард Фәрхетдин улы был темаға ла ҡағылды. Пенсия түләүҙәре ала башлағас, был өлкәлә белеме булмаған кешене ниндәй проблемалар һағалап тороуы тураһында ентекләп һөйләне. Шундай проблемалар килеп сыҡмаһын өсөн бөгөндән үк пенсияға бүленгән суммаға ҡағылышлы ҡай- һы бер нескәлектәрҙе белергә кәрәк. Уҡыусылар пенсия тупланмаһын арттырыу мөмкинлеге тураһында ла белде. Бында пенсия фондын һайлау ҙур роль уйнай һәм был яуаплылыҡ тулыһынса уҡыусылар – буласаҡ хеҙмәткәрҙәр һәм белгестәр иңендә ята. Хеҙмәттән тыш, социаль пенсия тураһында ла һүҙ булды. Кемгә һәм ниндәй шарттарҙа улар тәғәйенләнә, тигән һорауға яуап алдылар. Эдуард Бәҙретдинов уҡыусылар-ҙы үҙҙәренең пенсия тупланмаһына яуаплы ҡарарға һәм бөгөндән үк уның формалашыуы тураһында уйланыр- ға саҡырҙы.– Һеҙҙең киләсәк пенсияғыҙ белгес булараҡ эш башлауҙың тәүге көнөнән үк формалаша башлай. Шуға күрә быға бик яуаплы ҡарарға кәрәк, – тине ул.