Мәсетле тормошо
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ өсөн эшләйбеҙ
8 Сентябрь 2017, 02:00
Үҙен йәмәғәт эшенән башҡа күҙ алдына килтермәй
Рәсәй Федерацияһы Пенсия Фондының Мәсетле районындағы идаралығы начальнигы, район Советы рәйесе Эдуард Бәҙретдиновҡа 60 йәш тула. Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА. Эдуард Фәрхетдин улының тормош юлы, нисек кенә булмаһын, йәмәғәт эше, кешеләр менән аралашыу һәм уларҙың проблемаларын хәл итеү менән бәйләнгән. Бөгөнгө вазифаһында, һис шикһеҙ, уның төп бурысы – халыҡҡа пенсия юлларға һәм алырға ярҙам итеү, шулай уҡ халыҡты мәғлүмәтләндереү һәм баш- ҡалар. Эдуард Бәҙретдинов 1957 йылдың 10 сентябрендә Тәтешле районының Ҡашҡаҡ ауылында тыуған. Уның атаһын, ул саҡта әле йәш белгес- агрономды, бында эшкә ебәрәләр. Әсәһе колхозда эшләй. 1959 йылда атаһының тыуған ауылы – Әбдрәхимгә күсеп ҡайталар. Бында ул беренсе класҡа уҡырға бара, Йонос мәктәбендә лә уҡый. Мәктәпте тамамлағас Башҡорт дәүләт ауыл хужалығы институтына (хәҙер – Баш-ҡорт дәүләт аграр университеты) уҡырға инә. Биш йылдан, агроном дипломы алып, Мәсетле районына ҡайта. – Ҡайтҡас, эш эҙләп ул саҡта мин ауыл хужалығы идаралығына мөрәжәғәт иттем, – ти ул. – Тап шул ваҡытта унда Чкалов исемендәге колхоздың рәйесе лә бар ине. Уға иҡтисадсы кәрәк икән. Ошо вазифаны тәҡдим иттеләр ҙә инде миңә. Башта ауыр булды, әлбиттә. Ни тиһәң дә, бөтөнләй икенсе һөнәргә уҡығанмын бит. Ләкин коллектив миңә һәйбәт кенә ярҙам итте, эштән һуң ҡалып эшләгән саҡтар ҙа булды. Ҡыйынлыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, тырышлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ Эдуард Фәрхетдин улына үҙен яуаплы хеҙмәткәр итеп күрһәтергә булышлыҡ итә. Бер ни тиклем ваҡыттан уны Салауат Юлаев исемендәге колхозға баш агроном вазифаһына саҡыралар, 1986 йылға тиклем ул ошонда эшләй. Уның эшсәнлеген һәм профессионаллеген район етәкселеге күрә, шуға күрә Эдуард Бәҙретдиновты КПСС райкомының ойоштороу бүлегенә инструктор итеп тәғәйенләйҙәр. Был эштә уға кешеләр менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә кәрәк була. Урындарҙағы тәүге партия ойошмалары менән эште ойоштороу ҙа уның бурыстары рәтенә инә. Улар райондың һәр бер ойошмаһында һәм учреждениеһында була. Эш менән йыш йөрөүҙәр, кешеләр менән аралашыу, партия йыйылыштарын ойоштороу – быларҙың барыһы ла ғәҙәти күренеш. Шуның менән бер рәттән ул район комитеты өсөн кадрҙар ҡараштырып йөрөй. – Ул ваҡытта райкомда эшләү почетлы ине, – тип иҫенә төшөрә Эдуард Фәрхетдин улы. – Эшкә ҡайҙа ебәрәләр – беҙ шунда барҙыҡ. Ошонан һуң ул Мәсетле район агросәнәғәт берекмәһе әҙерләүҙәр инспекцияһының өлкән инспекторы (1986 – 88 йылдар), агросәнәғәт берекмәһе хеҙмәткәрҙәренең ауыл хужалығы продукцияһы әҙерләү һәм уларҙың сифаты буйынса дәүләт инспекцияһы начальнигы (1988 – 91), Мәсетле районының ер реформалары һәм ер ресурстары буйынса комитеты баш белгесе (1991-92), Мәсетле районының ер ресурстары һәм ер төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе (1992 – 2004), район Хакимиәте башлығының кадрҙар буйынса урынбаҫары (2004), район Хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе (2004-05), Мәсетле район Советы секретары (2006 – 2009) була. Бөгөн Эдуард Бәҙретдинов – РФ Пенсия фондының Мәсетле районындағы идаралығы дәүләт учреждениеһы начальнигы. Уның һүҙҙәренсә, был вазифаның төп бурысы булып үҙе етәкләгән учреждение эшен ойоштороу тора. – Кадрҙарҙы дөрөҫ һайлағанда һәм урынлаштырғанда, эш тә яйлы барасаҡ һәм һөҙөмтәле буласаҡ, – тип уртаҡлаша ул. – Бары тик эш процестарын контролләргә һәм ойошторорға ғына кәрәк. Беҙҙең коллектив берҙәм. Эш көндәре, ғәҙәттә, көсөргәнешле, шулай ҙа тыуған көндәр һәм юбилейҙар, шулай уҡ һөнәри даталар менән ҡотлау өсөн ваҡыт табабыҙ. Корпоратив рух һәр ваҡыт нығытыуға мохтаж. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ул бер нисә тапҡыр Мәсетле районы Хакимиәтенең, Башҡортостан Республикаһы Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса дәүләт комитетының, Рәсәй Федерацияһы Пенсия фонды рәйесенең рәхмәт хаттары һәм почет грамоталары һәм “Рәсәй Федерацияһы Пенсия фондына – 25 йыл” күкрәккә тағыла торған иҫтәлекле билдәһе менән бүләкләнгән. Төп эше менән бер рәттән Эдуард Бәҙретдинов йәштән үк йәмәғәт эше йөкләмәләренә йәлеп ителә. Тәүҙә ул колхоздың коммунистар ойошмаһы секретары була, ә район үҙәгенә күсеп килеү менән – 10 йыл самаһы Мәсетле район суды заседателе, биш йылдан ашыу территориаль һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары, ете йыл самаһы “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе секретары. 2016 йылдан – Мәсетле район Советы рәйесе. Граждандар йәшәйешенең бөтә яҡтарына ла ҡағылышы булған был вазифала уға төрлө характерҙағы мәсьәләләрҙе хәл итергә тура килә. Компетентлыҡ һәм профессиональ сифаттарҙан тыш, бында кешеләрҙе аңлай һәм ауыл кешеһе проблемаһының асылына төшөнә белеү талап ителә. “Төп эшегеҙҙә лә, йәмәғәт эшендә лә өлгөрөр өсөн һеҙ ваҡытты нисек бүләһегеҙ?” – тигән һорауға, ул ышаныслы итеп: – Ваҡытты бүлеү, тип әйтеү дөрөҫ түгел. Рәйес вазифаһына мин эш тип ҡарамайым. Ундай йөкләмәләргә мин шул тиклем күнеккәнмен, хатта үҙемде йәмәғәт эшенән башҡа күҙ алдына ла килтермәйем. Төп эшем дә, район Советы менән бәйле мәсьәләләр ҙә – быларҙың барыһы ла үҙ-ара бәйләнгән. Эш эш менән, әммә уны илһамландырыусы һәм таяныс булып һәр ваҡыт ҡатыны Нәсимә Әҡсән ҡыҙы һәм балалары – ҡыҙҙары менән улы булды һәм булып ҡала. Эш графигының тығыҙлығына ҡарамаҫтан, ул ғаиләһенә иғтибар бүлергә һәм ейәндәрен тәрбиәләүҙә ҡатнашырға тырыша. Киләсәккә әллә ни пландар ҡормай, шулай ҙа:– Иң мөһиме, эшемде артабан да дауам итәсәкмен һәм яҡташтарыма файҙалы булырға тырышасаҡмын, – ти юбиляр.
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы